Михаил Васильевич Григорьев,
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:
26 декабрҙә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов UTV телеканалына биргән интервьюһында 2024 йылға йомғаҡ яһаны һәм 2025 йылға пландар менән уртаҡлашты.
- 2024 йыл Стәрлетамаҡ өсөн тотороҡло һәм сәйәси ваҡиғаларға бай булды. Әммә Бельск күперен ремонтлау иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе ине. Ул оҙаҡ ваҡыт авария хәлендә торҙо. Күпер төҙөү буйынса эштәр электән һәм бик оҙаҡ барҙы. Һәм, ниһайәт, ағымдағы йылда беҙ был проблеманы хәл иттек. Контракт төҙөлдө, һәм әлнеге ваҡытта төҙөлөш-монтажлау эштәре алып барыла. Уҙған йыл эсендә ҡалабыҙ яҡшы яҡҡа ғына үҙгәрҙе. Тулы көскә ҡалабыҙҙың иҫке өлөшөндә урынлашҡан биналар ремонтлана, йәмәғәт урындары асыла һәм төҙөкләндерелә. Бындай ысул Стәрлетамаҡҡа күберәк кешеләрҙе йәлеп итергә ярҙам итә. Туристарҙы йәлеп итеү өсөн сағыу сараларҙың береһе 2024 йылда уҙғарылған “Сауҙагәр 2.0” булды. Ул ҡалабыҙҙың иҡтисад йәһәтенән ыңғай йоғонто яһай, сөнки беҙгә яңы кешеләр килә, улар ҡунаҡханаларҙа урынлаша, төрлө сувенирҙар йәм әйберҙәр һатып ала, ресторандарҙа туҡлана. Был Стәрлетамаҡ өсөн үҙен күрһәтеү һәм республика сиктәренән сығыу өсөн ыңғай ысулы. Был, үҙ сиратында, ҡалабыҙ тураһында күберәк һөйләү мөмкинлеге бирә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эмиль Шәймәрҙәнов.
2024 йыл дауамында Стәрлетамаҡта аферистар ҡорбаны кәмегән, тине хакимиәт башлығы. Стәрлетамаҡ Эске эштәр органдары статистикаһына ярашлы, 2023 йылда муттар ҡорбандарҙы аферистарға 500 миллион һумдан ашыу аҡса ебәргән. 2024 йылдың 26 декабренә ҡарата, 370 миллион һум тәшкил итә.
2025 йылда Стәрлетамаҡта Ленин проспектынан Мәңгелек уттан (Вечный огонь) алып Голиков урамына тиклемге участканы төҙөкләндереү планлаштырыла.
Ағымдағы йылда ҡар көтмәгәндә ҡала урамдарын яуып тултырҙы. Әммә быға ҡарамаҫтан, 73-75 берәмек техника көн һайын төнөн ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартырға сыға. Ә көндөҙ 100 кеше тирәһе эшкә йәлеп ителә.
Ҡала хакимиәте Эмиль Шәймәрҙәнов интервью биргән ваҡытта Стәрлетамаҡтарҙан төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу һәм юлдарҙың торошо буйынса бихисап һоруҙар булды. Уларҙың барыһы ла эшкә алынған һәм оҙаҡламай хәл ителәсәк.