Башҡортостандың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Валерий Олейник һөйләүенсә, пиротехника ҡулланып провокация осраҡтары йышайыу сәбәпле кешеләргә фейерверктар, петардалар, ракеталар һәм башҡа пиротехник изделиелар менән ҡулланырға ярамай.
Валерий Олейник пиротехниканы файҙаланыу һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф янауын иҫкә төшөрҙө. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа йәки мөлкәткә йәки кешегә зыян килтерһә, улар өсөн сумма бер нисә тапҡырға артасаҡ.
Яңы йыл байрамдары күңелле генә түгел, хәүефһеҙ ҙә үтеүен һәр кем контролдә тоторға тейеш.
Фото: dzen.ru