Сысҡан. Башты әйләндерерлек яңылыҡ көтөлмәһә лә, йыл уңышлы булырға оҡшаған. 2025 йылда Сысҡан үҙен бәхетле һәм тыныс тоясаҡ. Уның үҙаллы ҡарар ҡабул итеүе тормош мәшәҡәттәрен арындыра алыр.
Үгеҙ. Ныҡышмал, ал бирмәҫ Үгеҙҙе Йылан хөрмәт итә. Шуға улар ныҡлы ышаныс менән алға атлай ала. Ауыр ғына мәсьәләләрҙе еңел хәл итеп, ғаиләлә лә, эштә лә уңышҡа өлгәшәсәктәр.
Юлбарыҫ. Йылан көрәшсән рухлы, батыр йөрәкле Юлбарыҫты үҙенә тиң күрә һәм ҡаршылыҡтар менән мәшәҡәтләмәҫ. Киреһенсә, күңелле итеп ваҡыт уҙғарыуға мөмкинлек бирер.
Ҡуян. Ҡуяндар тотороҡһоҙ йылға аяҡ баҫа. Уларҙың изгелеклеге, ярҙамсыллығы, йомшаҡлығы менән күптәр үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға әҙер торасаҡ. Тәүге ярты йыл әүҙем эшмәкәрлек менән үтер.
Аждаһа. Йылан Аждаһаға мауыҡтырғыс та, шауҡымлы ла ваҡиғаларға бай йыл вәғәҙә итә. Улар, артыҡ эш менән үҙҙәрен хафаламай, күңел асыуға күберәк ваҡыт бүләсәк.
Йылан. Йондоҙнамә йыл хужаһына сағыу, онотолмаҫ тәьҫораттар юрай. Шәхси тормошта ла, һөнәри эшмәкәрлектә лә ҡыйыу аҙымдар яһай алаһығыҙ, барыһы ла тик үҙегеҙҙең теләктән һәм тырышлыҡтан тора.
Йылҡы. Иҫтә ҡалырлыҡ, бәрәкәтле йыл. Йылан егәрле Йылҡыға тормошон ҡырҡа үҙгәртергә мәжбүр иткән мөһим һәм уңышлы осрашыуҙар вәғәҙә итә. Мөхәббәт өлкәһендә бер аҙ тотҡарлыҡ күҙәтеләсәк.
Ҡуй. Йылан йылы ҡаршылыҡтар ебәреп, көсөгөҙҙө һынамаҡсы. Ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үтеү өсөн аҡыл, ныҡлыҡ, сабырлыҡ талап ителер. Сәләмәтлеккә иғтибар йүнәлтмәйенсә лә мөмкин түгел.
Маймыл. Маймыл өсөн үҙгәрештәр һәм күңелле кисерештәр менән һуғарылған йыл тыуа. Маймыл Йыланға көлөбөрәк ҡарай. Ҡаршылыҡтарҙы уйын кеүек ҡабул иткәнгә, киләһе йыл бәхет, муллыҡ алып киләсәк.
Әтәс. 2025 йылда һеҙҙе ылығыу йоғонтоһо һағалай. Эш, ижад менән бәйле мауығыу уңышҡа, матди мөмкинлектәргә юл асһа, ҡомарлы уйындар көрсөккә төшөрөү ҡурҡынысы менән янай.
Эт. Аждаһа йылында Эттең тормошонда йылдам алға китеш һиҙелгәйне. Яңы йыл мәшәҡәтлерәк булырға оҡшаған. Бөтәһе лә һеҙҙән аңлау, ярҙам талап итеү генә түгел, киләсәккә ниндәйҙер өмөт тә бағлаясаҡ.
Сусҡа. Йылан йылы, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы осрашыуҙар менән бер рәттән, Сусҡаға ҙур ғына килем вәғәҙә итә. Ҡорған маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашыр. Ошоғаса кисеп сыға алмаҫтай тойолған даръялар ҙа еңел генә үтелер.