Ҡайһы саҡ килеп тыуған проблемаларға ҡарамаҫтан, һеҙҙең башланғыстарығыҙ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ ярҙамында берҙәм тырышлыҡ менән беҙ, хөрмәтле стәрлетамаҡтар, ҡалабыҙ үҫешендә бихисап нимәләргә өлгәшә алдыҡ. Алда беҙҙе яңынан яңы башланғыстар һәм еңеүҙәр көтә.
Киләсәккә өмөт, иртәгәһе көнгә ышаныс менән 2024 йылды оҙатабыҙ, 2025 йылдан сағыу ваҡиғалар, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр һәм бар өлкәлә лә яңы ҡаҙаныштар көтәбеҙ. Һәр өйгә һаулыҡ, мөхәббәт, ғаиләләрегеҙгә татыулыҡ һәм именлек, ниәтләгән бөтә пландарығыҙҙың да тормошҡа ашыуын теләйем. Яңы 2025 йыл менән!
Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.