Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Декабрь 2024, 11:00

Уйламай әйтелгәндең “сағыуы” бар

Йылан ыңғай һәм кире сифаттарға эйә булған персонаж. Бер яҡтан, ул зирәклек һәм тыныслыҡты яратһа, икенсенән – мәкерле һәм хәйләкәр. Элекке заман кешеһе әлеге ғорур шыуышыусыларҙы төрлө донъя үлсәме араһында сәйәхәт итергә һәм киләсәкте белергә һәләтле тип һанаған. Шулай булғас, киләһе йылда күп мөмкинлектәр асылыр, күп нимәгә ирешеп булыр.

Уйламай әйтелгәндең “сағыуы” барУйламай әйтелгәндең “сағыуы” бар
Уйламай әйтелгәндең “сағыуы” бар

2025 йылда Аждаһаны йәшел ағас Йылан алмаштырасаҡ – ул тыныслыҡ һөйөүсе йән эйәһе. Йыланға магнетизм, тапҡырлыҡ һәм тыныслыҡ кеүек сифаттар хас, ә уҫаллыҡ, агрессия һәм ике йөҙлөлөктө бөтөнләй яратмай. Һәм киләһе йыл яҡшы өмөттәрҙе генә аҡлаһын өсөн, был нәзәкәтле йыртҡысҡа оҡшарға тырышырға кәрәк. Эшләгәндә ашыҡмаҫҡа, кәрәкмәгән ығы-зығынан ҡасырға, үҙегеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе ентекләп уйларға. Яҡындарығыҙ менән һөйләшкәндә, айырыуса, иғтибарлы булыу мөһим – һеҙҙең уйламай әйтелгән һүҙегеҙ уларҙы бик ныҡ “сағыуы” мөмкин, хатта һеҙ берәүҙе лә рәнйетергә теләмәйсә, уйламайса әйтһәгеҙ ҙә.

Шуны онотмағыҙ: йыланға иҫке ҡабығынан ҡотолоу хас. Тимәк, иҫке проблемаларҙы ташлап, киләһе йылға “яңыртылған килеш” инергә кәрәк.

Д.Алексеева фотоһы.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас