Йәмғиәт
31 Декабря 2024, 09:00

Йәшел ағас йылан йылы

Йәшел ағас йылан (Зелёная деревянная змея) – Ҡытай календары буйынса 2025 йыл символы булып тора. Йылан йылы 2025 йылдың 29 ғинуарында башланып, 2026 йылдың 16 февралендә генә тамамлана.  

Йәшел ағас йылан йылыЙәшел ағас йылан йылы
Йәшел ағас йылан йылы
60 йылға бер тапҡыр
Ҡытай йондоҙнамәһендә һәр йыл бер хайуанға тура килә. Хайуан биш элементтың: металл, ағас, һыу, ут, ер – береһе менән бәйле булыуы мөмкин. Йәғни 12 йылға бер тапҡыр алмашлып килеүсе элементтарҙың береһенә тура килгән хайуан йылы килә. Барлығы 60 төрлө комбинация булыуы ихтимал. Шулай итеп, Ҡытай йондоҙнамәһендә цикл 60 йылға бер тапҡыр алмашына.
 
Йәшел ағас йылан йылын ҡаршылау йолалары
Йәшел ағас йылан йылын ғаилә йәки яҡын дуҫтар менән ҡаршылайҙар. Ғәҙәти булараҡ, йәшел ағас йылан йәшел, ҡыҙыл, һары (алтын), һоро, ҡара төҫтәрҙе үҙ итә. Кейемде сәйлән, пайетка, сигеү, стразалар менән биҙәргә тәҡдим ителә. Йортто биҙәү өсөн һалҡын төҫтәр ҡулланыла, шулай уҡ йылан тиреһе кеүек ялтырап торған мишураға өҫтөнлөк бирелә. Байрам өҫтәленә деликатестар: ит, балыҡ, диңгеҙ продукттары, йомортҡа, сырҙар ҡуйыла.
 
Йылан йондоҙнамәнең 12 йыллыҡ циклында алтынсы урында тора һәм:
металл (аҡ) йылан; ағас (йәшел) йылан; һыу (зәңгәр) йыланы; ут (ҡыҙыл) йыланы; ер (һары) йыланы була ала.  Бығаса булған йылан йылдары - 1929 (ер); 1941 (металл); 1953 (һыу); 1965 (ағас); 1977 (ут); 1989 (ер); 2001 (металл); 2013 (һыу). Шулай итеп, бынан алда йәшел ағас йылан 1965 йылда була.
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас