Әмәлгә ҡалғандай, лифт эшләмәй ине. Өҫтөнә ҡыҙғылт тун, башына ослайтып тегелгән ҡырлы кәпәс кейгән Ҡыш бабай, ул уҡ завод культура йортонда баянсы булып эшләгән Хәйрулла, йәштәрсә етеҙлек менән көрәктәй аҡ һаҡалын һыйпап алды. Ни эшләргә? Һис кенә лә йәйәү күтерелгеһе килмәй ине бит әле. Арытҡан. Бөгөн бына ошолай Ҡыш бабай ҡиәфәтендә кешеләрҙе ҡотларға алтынсы йортҡа килеүе. Әллә ҡайҙан риза булды бит.
Өсөнсө көн уның кеүек бер нисә кешене завод идаралығына саҡыртып алдылар ҙа:
– Егеттәр, һәр ерҙә яңы йолалар тыуып тора, беҙ генә йоҡлап ятабыҙ, – тинеләр. – Әйҙәгеҙ әле Яңы йыл төнөндә алдынғыларҙың ғаиләләрен, бигерәк тә уларҙың балаларын, байрам менән ҡотлайыҡ. Һәр кемгә шатлыҡ, бәхет теләйек...
Нисек риза булмайһың? Башҡалар рәтендә Хәйрулла ла “ярар” тип баш ҡаҡты. Ауыр эш тугел, йәнәһе.
Культура йортонда матур башланғысты ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар. Тиҙ генә Ҡыш бабайҙар өсөн тундар тегелде, кәпәстәре лә табылды, бәхеткә ҡаршы, драма түңәрәгендә әҙер һаҡалдар һаҡланған. Аҡса бүлеп, бүләктәр алынды. Кем ҡайһы адрес буйынса барырға тейеш – бөтәһе лә алдан билдәле ине. Хатта Ҡыш бабайҙы йәйәү йөрөтмәҫ өсөн, еңел машинаһын да хәстәрләнеләр.
Бына бөгөн, Яңы йыл кисәһендә, культура йортонда уларҙы көлөшә-көлөшә биҙәнеләр, яһанылар ҙа, нимәләр әйтергә кәрәклеген өйрәтеп, уңыштар теләп, сығарып ебәрҙеләр.
Биш фатирҙы имен генә урап ҡайтты Хәйрулла. Ғаиләләрен ҡотланы, теләктәр теләне, бүләктәр тапшырҙы. Уның килеүе көтөлмәгән хәл булды кешеләр өсөн. Бигерәк тә бала-саға ҡыуанды. Һәр кем Ҡыш бабайҙы шыршы янына саҡырҙы, уның менән бергә бейергә, күңел асырға теләне. Хәйрулла булдыра алғансы тырышты. Ә бер фатирҙа ул бөтөнләй Ҡыш бабай роленә инеп киткән, өй хужалары уның кем икәнлеген белеп, завод идаралығы аша рәхмәт әйттерергә тип тотонғас ҡына аңына килде. Ярай әле танытманы.
– Мин ысын Ҡыш бабай булам! – тип ихлас көлдө лә бейей-бейей сығып китте. Рәхәтләнеп көлөшөп, ҡул сабып ултырып ҡалдылар...
Хәйрулла ошоларҙы хәтерләп алды ла еңел һулап ҡуйҙы: ни тиһәң дә һуңғы адрес ине был. Хәҙер кереп алдынғы токарь ғаиләһен ҡотлай ҙа шуның менән эше бөтә. Дөрөҫөрәге, ҡотола. Унан һуң үҙеңде ҡайғыртҡанда ла ярай. Бөгөн Хәйрулла ятағына ҡайтып тормайынса ғына ошо көйөнсә ҡунаҡҡа барып төшәсәк. Драма түңәрәге ҡыҙҙары ойоштора мәжлесте. Хәйрулланың баянын көндөҙ үк алып киттеләр.
Әле ҡолағы төбөндә шуларҙың һөйләшеп-көлөшкән тауыштары яңғырап киткәндәй итте:
– Хәйрулла ағай, хур ҡыҙҙары һинең үҙеңде көтә.
– Эйе-эйе, зарығып-талпынып...
Хәйрулла ла уларға ҡушылып һыһылдаған булды. Ләкин был юлы бер аҙ баҙарын күтәреү өсөн, унан да бигерәк тағы кемдәр аулаҡҡа саҡырылғанлығын белер өсөн генә:
– Әллә шул, хур ҡыҙҙары, ваҡыт юҡ бит әле, – тип инәлткән булды.
Тегеләр алан-йолан ҡарашты:
– Нисек инде ул, Хәйрулла ағай? Ҡыҙҙар гел саҡырмаҫ, әллә баш тартаһың инде? – тине береһе. Уға икенсеһе ҡушыла һалды:
– Беҙҙең менән күңелһеҙме ни шулай уҡ?
- Бәлки башҡа сәбәптер...
– Эйе, бар шул... – тине егет, ҡоро булырға тырышып.
– Аб-бау! – Драма түңәрәге ҡыҙҙары, былай ҙа матур күҙҙәрен түңәрәкләндереп, аптырауға һалыштылар.
– Бик сибәрме ни?
Хәйрулла тәүҙә уларҙың тел-төбөн үҙе лә аңлап етмәне:
– Кем?
– Кем тип ни... Беҙҙән дә шәберәк түгелдер әле.
Шунан күмәкләшеп көлөп ебәрҙеләр.
– Юҡ, һеҙ уйлағанса түгел! – тип сәбәләнде егет, шаярыуҙың барып сыҡмаҫын аңлап. – Ҡартайҙым.
– Ҡуйсы, юҡты һөйләмә!
– Шулай. Үҙегеҙ үк “ағай”ҙан һалдыраһығыҙ бит. Тиңерәктәр бөткәнме ни?
Ошонан ғына “хур ҡыҙҙары” ихласлап көлөштө. Иң аҙаҡтан береһе:
– Улар менән урамда етәкләшеп йөрөгән дә еткән. Көтәбеҙ, Хәйрулла ағай! – тине. Шунан уның ҡолағына яҡыныраҡ эйелде: – Теге лә була...
“Теге” тигән һүҙ тартып-саҡырып тора ла инде егетте аулаҡҡа.
Хәйрулла, тунының еңен ҡайтарып, сәғәтенә ҡараны. Әле ваҡыт иркен ине. Токарь ғаиләһендә иң күбе бер егерме минутта эшен бөтөрәсәк тә китәсәк. Хатта шул уҡ завод машинаһы уны ҡунаҡҡа уҡ илтеп ҡуясаҡ. Ну “хур ҡыҙҙары” ҡыуанасаҡ!
Лифт эшләмәүгә Ҡыш бабайҙың кәйефе ҡырылманы. Күстәнәс-бүләк һалынған тоғон уңайлабыраҡ тотто ла, тун салғыйҙарын күтәрә төшөп, атларға әҙерләнде. Ләкин иң һуңғы секундта эргәнән почта йәшниктәрен һанарға кереште. Утыҙ өсөнсө фатир, ошо йәшниктәрҙең урынына ҡарағанда, иң юғары ҡатта булып сыға. Тимәк, туғыҙынсыла. Унда йәшәгән токарҙың фамилияһы ҡапыл онотолдо. Хәйрулла салбар кеҫәһендә ятҡан ҡағыҙҙы алып ҡарарға итеп тығылды ла ниңәлер ҡапыл сигарет килтереп сығарҙы. Токарь, ишетеүенсә, алдынғы булһа ла, яңыраҡ эшләй заводта. Ҡайҙандыр икенсе ҡаланан күсеп килгән ғаиләһе менән. Хәйер, уның фамилияһы кәрәкмәй ҙә.
Хәйрулла башын юғары күтәрҙе: туғыҙынсы ҡат бик бейек күренде. Подъезд төбөндә кешеләр бик йыш туҡтала башлағас, йәһәт кенә эскә инде лә ашығып-ашығып юғары атланы. Уның мейеһен бер генә уй сүкене: “Утыҙ өс йәш... Утыҙ өсөнсө фатир...”.
“Ғүмер ҙә үтеп бара икән шул... Баян уйнап...” Шулай уйланы Хәйрулла эске бер һағыш менән. Ләкин туғыҙынсы ҡатҡа менеп еткәндә, быларҙы онотто. Дөрөҫөрәге, көсләп йөҙөнә йылмайыу сығарырға тырышты. Ҡапыл ғына ҡунаҡҡа көтөүсе ҡыҙҙарҙы күҙ алдына баҫтырҙы ошо мәлдә. Бына Хәйрулла барып инә тегеләр янына. Хур ҡыҙҙары ябырылып ишеккә килә. Араларында бер нисә егет ишараты ла күҙгә салына. Ләкин бөтә иғтибар тик унда. Һылыуҡайҙар ҡыш бабайҙы шаяртып килеп ҡосаҡлаған, үпкән булалар. Улар араһында “теге” лә йылмайып баҫып тора. “Теге” тигәне драма түңәрәгенә яңыраҡ йөрөй башлаған ҡыҙ, Тәслимә. Гел генә мөхәббәт ролдәрен бирәләр уға.
Хәйрулланың тәүҙә үк Тәслимәгә күҙе төштө. Тик ҡыҙыҡай йәш, торғаны ут инде. Һауалы. Хәйрулланы ул үҙенән ситкә лә ебәрмәй, артыҡ яҡынлаштырырға ла теләмәне. Ана шуға йәне көйә: йөрө инде ваҡыт әрәм итеп. Бөтөнләй малай күрә. Кеше лә һиҙеп бөттө.
Туғыҙынсы ҡатҡа менеп еткәс тә Хәйрулла утыҙ өсөнсө фатирҙа йәшәүселәрҙең фамилияларын хәтеренә төшөрҙө: Искәндәровтар! Шуға, һаҡалын тағы бер һыйпап алып, йылмайып ебәрҙе. Һәр хәлдә күңелле булырға кәрәк. Ҡыш бабай заводтың алдынғы токары Искәндәровты Яңы йыл менән ҡотларға килде лә баһа!
Хәйрулла ишек яңағындағы звонок төймәһенә баҫты. Күҙҙәре был мәлдә “33” һанына төштө. Ул йәнә бөгөн тыуған көнө икәнен хәтерләне. Тимәк, утыҙ өс йәш... Әллә ниңә эсе бөшөп китте. Ошо йәшкә етеп, һаман яңғыҙы... Дуҫ-иптәштәре лә юҡ бит. Шулай булғас, уның үҙен кем ҡотлаһын? Әле һаман ятаҡ, тар карауат, һалҡын түшәк... Бар ине элегерәк бер ҡыҙ! Йәмилә! Алырға ла йөрөгәйне, хатта. Ә бит ул ҡыҙ ысынлап Хәйрулланы ярата ине!
Туҡта, ниңә Йәмилә уның хәтеренә төштө әле? Егет ҡыҙ тураһындағы уйҙарын ситкә ҡыуҙы. Эйе, элелегерәк яҙмышҡа ул үҙе хужа ине. Кемде теләне, шуны яратты. Ә хәҙер киреһенсә... Хәйер, йәшлеге үтеп бара. Ана бит, Тәслимә нисегерәк ҡылана. Инәлтә инде. “Ҡарап ҡарабыҙ, – тип бышылданы Хәйрулла. – Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел”. Әммә үҙе ирекһеҙҙән көрһөндө. Шунлыҡтан әсе йылмайҙы.
Кемдер йүгереп килеп ишекте асып ебәргәндә, ул ошо ҡиәфәттә тора ине. Иң беренсе уның күҙенә ташланған нәмә – яҡты бүлмә уртаһында ҡәҙерле ҡунаҡтай ҡуҡырайып баҫҡан йәшел шыршы булғандыр. Уның ботаҡтары иҫәпһеҙ-һанһыҙ уйынсыҡтар менән биҙәлгәйне. “Былай булғас, бөтәһе лә тәртиптә!”. Ошо уй менән Хәйрулла асыҡ ишек алдында ҡапыл аптырап туҡтап ҡалған биш-алты йәштәр самаһындағы сөм-ҡара күҙле, өлтәк сәсле теремек малайға ҡулын һуҙҙы:
– Һаумы, бәләкәй Искәндәров!
Бала һис ни аңламаны. Бер сә ишеккә, бер сә артына ҡараны, хатта сигенә биреберәк тә ҡуйҙы. Кухня яғынан ир кешенең көр тауышы яңғыраны:
– Әсәйеңме, улым!
Уңарсы булмай хужа үҙе лә күренде. Биленә аҡ алъяпҡыс бәйләп, еңдәреп төрөп ебәргән ихлас ҡарашлы, мыҡты кәүҙәле ир ине ул. “Алдынғы токарь ошо икән”, – тип уйлап алды Хәйрулла. Улар баш һелкешеп күрештеләр.
– О, беҙгә Ҡыш бабай үҙе килгән!.. – тип сәпәкәйләп ебәргән булды өлкән Искәндәров, хәйләне тиҙ төшөнөп. – Ҡулыңды бир, улым!
Малай ҡапыл батырайҙы. Яҡын уҡ килеп, Ҡыш бабайҙың усына шаплатып бәләкәс ҡулын һалды. Үҙенең күҙҙәре янып китте. Бәләкәй Искәндәровтың сәстәре, атаһыныҡынан айырмалыҡлы рәүештә, ҡап-ҡара, шырт ине.
– Ә һин ысын Ҡыш бабаймы? – булды малайҙың һорауы. Үҙе әленән-әле Хәйрулланың елкәһендәге серле тоҡҡа ҡараны. Ҡыш бабайҙың тунына, кәпәсенә, хатта йөҙөнә лә бәҫ ҡунғайны. Уның менән бергә бүлмәгә саф һауа инде. Хәйрулла бала алдында сүгәләне.
– Мин ысын Ҡыш бабай! – тине күңелле тауыш менән.
– Ып-ысынсы?
– Ып-ысын! Бына мине урмандағы бөтә януар-кейектәр һине ҡотларға ебәрҙе. Яңы йыл менән...
Малай ышанырға теләмәһә лә, ҡапыл урынында һикереп ҡуйҙы:
– Ә мин... ә мин һине, Ҡыш бабай, әле генә телевизорҙан күрҙем. Бына бөтөнләй яңы ғына. Йәл, әкиәт тиҙ бөттө.
– Ана шул әкиәттән һинең янға килдем дә инде. – Хәйрулла шаяртты, ошо мәлдә был малай уға нисектер, таныш кеүек күренде. Шуға һөйләндереүен дауам итте:
– Күрмәнеңме ни, һиңә күҙ ҡыҫтым?
– Күрҙем... – Малай икеләнә төштө.
– Бөтәһенә лә бүләктәр өләштем...
– Ә һин ҡуянға бирмәнең, уҫал бүре тоғоңдо йәшереп ҡуйғайны. – Бәләкәй Искәндәров хәҙер Ҡыш бабайҙы шыршы янына тарта ине.
– Ә мин тоҡто таптым, бына уны алып та килдем. Мин һиңә лә бүләк бирмәгәнмен. Исемең кем әле?
– Хәйрулла...
Ҡыш бабай терт итеп ҡалды. Саҡ-саҡ “мин дә Хәйрулла!” тип әйтеп ташламаны.
– Мөғжизә икән... – Ул малайҙың артына ҡарап йылмайҙы. Тегеһе оло кеше менән сабый араһындағы уйынға ҡыҙыҡһынып, уғата бирелеп күҙәтә ине.
– Әллә минең улыма ғына бүләк тороп ҡалғанмы? – Алдынғы токарь шаяртырға булды.
Ҡыш бабай түҙмәне, ҡапыл сарылдап көлгән малайҙы күтәреп алды ла бүлмә уртаһындағы шыршы янына атланы.
– Бүләктәрем икәү ине, юл ыңғай береһен ҡуянға ла индереп бирҙем. Көсһөҙҙәрҙе ҡыйырһытырға ярамай, шулаймы?
– Ә һин бүрене әрләнеңме?
– Әрләнем генә тиһең әле, бәләкәс. Ҡолағын борҙом. Теге башҡаса ҡуяндан көлмәҫкә һүҙ бирҙе. Улайһа, тине, утыҙ өсөнсө фатирҙа йәшәүсе Хәйрулла исемле бәләкәс малайға ла күстәнәс ебәрәйек, тине. Ул да шәп малай, әсәһен дә тыңлай, атаһын да, тине.
Малай ялт иттереп атаһына боролоп ҡараны.
– Улым минең һәйбәт малай, – тине оло Искәндәров. – Иртән баҡсаға барырға йыйынғанда быймаһын үҙе кейә.
– Шулаймы, бәләкәс Хәйрулла?
Ҡыш бабай яңылышыраҡ әйтеп ысҡындырғанын аңланы, ләкин быны һис кем һиҙмәне. Малайҙың күҙҙәре ныҡ таныш ине, шуға тағы бер иҫе китте ҙур Хәйрулланың. Ләкин әлеге ғаиләгә беренсе башлап ҡына килеүе ине был. Ошо мәлдә малай икеләнеп ҡарап торҙо ла уның ҡолағына бышылданы:
– Мин әсәйемде лә, атайымды ла яратам. Тыңлайым. Тик ни... бая тәрилкәләрҙе ваттым...
Ҡыш бабай аптыраған булды:
– Ә тәрилкәләрҙе... яңылыш ваттыңмы?
– Эйе, яп-яңылыш...
– Ысын әйтәһеңме?
– Әсәйем мине әрләргә иткәйне лә, атайым тыйҙы, – бәләкәс Хәйрулла ишеккә ымланы. – Әсәйем күршеләргә йомошҡа инде. Тәрилкәләр кәрәк... Ҡунаҡтар килә, ти. Ә һин, Ҡыш бабай, мине әрләмәҫһеңме? Мин... мин насар малай тү-үгел...
Малайҙың күҙҙәренән ике бөрсөк йәш тамсыһы һығылып сыҡты ла биттәре буйлап түбән тәгәрәне. Өлкән Хәйруллаға сабый йәл булып китте. Был минутта ул баланың әллә ниндәй яҡынлығын тойғандай итте. Ошоға үҙе лә аптыраны.
– Ә миңә урамдағы бөтә януар-йәнлектәр һинең шәп малай икәнлегең тураһында ҡат-ҡат әйтте. – Ҡыш бабай тоғоноң эсенән үтә күренмәле ялтыр ҡағыҙға төрөлгән затлы-затлы кәнфиттәрҙе алды. “Ярар, бында ла тәртип, бүләктәрҙе генә тапшырырға ла китергә кәрәк”, – тип уйланы үҙе. Шыршы тирәләй һамаҡлай-һамаҡлай йөрөп сыҡты ла Ҡыш бабай кәнфиттәрҙе сабыйҙың ҡосағына һалды. Хатта уның арҡаһынан һөйөп ҡуйырға ла онотманы:
– Бәхетле булып үҫ!..
Ошо мәл ишектән малайҙың әсәһе ҡайтып инде. Ҡыш бабай хужабикәнең оҙаҡламауына ҡыуанып, ата-әсәгә тәғәйенләнгән төйөнсөктө лә ҡулына алды. Хәҙер тапшыра ла эше лә бөтә.
Бәләкәй Хәйрулла йүгереп барып әсәһенә һырылды:
– Әс-сәй, беҙгә Ҡыш бабай бүләктәр алып килгән! Кәнфиттәр!.. – Малай бүлмә уртаһында һикерәндәй-көлә, тантана итә ине.
– Һаумыһығыҙ, Ҡыш бабай!.. – Мөләйем ҡатын күтәргән һауыт-һабаһын йылт иттереп кухняға алып инеп тә китте. Үҙен күререгә лә өлгөрмәне шикелле Хәйрулла. Ишек араһынан ҡыуаныслы тулҡынланған тауыш менән иренә өндәште:
– Һин ниңә ҡунаҡты аяҡ өҫтө тотаһың? Өҫтәл янына саҡыр! Шампанский ас!... – Хужабикә бер-бер артлы күрһәтмәләр бирҙе. Уның шат тауышынан да бүлмә эсе ҡапыл яҡтырып киткәндәй тойолдо. Ир кеше:
– Мин ни... Хәйрулланың ҡыуанысына аңшайып тик торамсы... – тип һөйләнде. Ҡыш бабайҙы креслоға әйҙәне. Үҙе ашығып барып фужерҙарға шарап һалырға кереште.
– Ҡуй, ҡуй, ҡунаҡтарығыҙға ҡалһын һый-хөрмәтегеҙ! – тине Ҡыш бабай, үҙе көҙгө алдында биҙәнеп-төҙәнгән йәш ҡатынға күҙ төшөрҙө. “Бәхетле йәшәйҙәр, күрәһең”, – тип һығымта яһаны. Ә малай һаман уның тирәһендә уралыуын белде:
– Ҡыш бабай, ә һин беҙҙә ҡал! Икәүләп шыршы янында уйнарбыҙ...
– Их, бәләкәс, әле минең юл оҙон шул... – Хәйрулла йәнә баланы һөйҙө.
– Эйе, эйе, Ҡыш бабай берәү генә, уны башҡа ерҙә лә көтәләр, – тип тынысландырҙы улын атай кеше. Ул ҡулына ике тулы фужер тотоп алғайны.
“Бөгөн утыҙ өс йәш, әллә күтәрергә лә ҡуйырғамы?” – Хәйрулла икеләнде. Шулай ҙа фужерҙы ҡулына алырға мәжбүр булды.
– Әйҙәгеҙ, Яңы йылда ла бәхет бер кемде лә урап үтмәһен!.. – Был һүҙҙәрҙе улар янына килеп етергә өлгөргән йөҙө тулҡынланыуҙан ныҡ алһыуланған хужабикә әйтте. Фужерын сәкәштерергә тип боролған Ҡыш бабай, йәш ҡатынды күреп, ҡапыл тертләне. Тәне буйлап электр тогы үткәндәй булды: “Йәмилә!..” Ошо исем уның мейеһенә һуғылды. Үҙе лә аңғармай ҡалды, ҡулындағы фужер ҡапыл ысҡынып китте лә селпәрәмә ватылды. “Йәми-лә...” – тип йәнә эстән генә ҡабатланы ул таныш исемде.
– Ғәфү итегеҙ... – Хәйрулла ни эшләргә белмәне. Уның күҙ алдары томанланып китте, ни эшләптер һауа етмәгәндәй тойолдо.
Йәш ҡатын, йәғни Йәмилә, Хәйрулланы таныманы. Ғөмүмән, Искәндәровтар әлеге ваҡиғаға ҡыуанды ғына. Бәхеткә юранылар. Айырыуса бәләкәс Хәйрулланың йөҙө шат ине. Күстәнәстәрҙе ҡосаҡлаған көйөнсә, ул берсә әсәһенә, берсә атаһына ҡараны:
– Ә-һә, мин генә түгел, Ҡыш бабай ҙа ватты! Ҡыш бабай ҙа... – тип тәтелдәне өҙлөкһөҙ. Күрәһең, бер үк төрлө ғәйепте ике кеше күтәреүҙең еңелерәк икәнлеген ул да аңлағайны.
Ата-әсә баланың бер ҡатлы ҡыланышына ихлас көлөштө. Ир кеше артыҡ түҙеп тора алманы, бәхетле йылмайып, улын ҡосағына алды.
Бар булмышы менән Хәйрулла шуны аңланы: был фатирҙа йәшәгән өс кеше лә үтә бәхетле.
Бүлмәлә ары ҡалыу ҡыйын ине. Ҡыш бабай ашығып хушлашты ла ишеккә ыңғайланы.
Лифт яңынан эшләй башлағайны. Күрәһең, төҙәтеп өлгөргәйнеләр. Ләкин, Хәйрулла ултырманы, менгәндәге кеүек, йәйәү атланы. Үҙенең ирендәре баянан бирле бер һүҙҙе ҡабатланы: “Йәмилә”... Бына шунда ғына малайҙың күҙҙәренең ниңә таныш икәнлегенә төшөндө ул. Бәләкәй Хәйрулла улы булып сыға түгелме һуң?
...Йәмилә менән бынан атлы-ете йыл элек танышҡайнылар. Үлеп яратты уны Йәмилә. Хәйрулла ғына уның мөхәббәтен аңлап етмәне. Тиңһенмәне лә шикелле. Ә бит былай өйләнешергә лә йөрөгәйнеләр. Йәмиләнең ауырға ҡалғанын белгәс, икеләнде, ҡурҡты. Иркенән мәхрүм булыр кеүек хис итте үҙен. Уның янында башҡа шәберәк ҡыҙҙар ҙа бөтмәгән кеүек тойолдо. Уңайлы бер мәлен тура килтереп, Йәмиләгә ауыр-ауыр һүҙҙәр әйтте лә китте. Бөтөнләйгә. Икенсе ҡалала йәшәй башланы. Гармун уйнап... Ә Йәмилә... әрәм булмаған, күрәһең. Ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан... Мөхәббәт тә, нәфрәт тә йәнәш йөрөй. Улар икеһе лә кешене ғорур итә шул. Тик улына ғына ниңә уның исемен ҡушты икән? Шуны аңламаны Хәйрулла.
Саф һауаға сыҡҡас та тыныслыҡ тапмаған Хәйрулланың йөрәге әрнене. Көтөп ултырған еңел машинаға китергә ҡушып ҡул һелтәне лә урамға ыңғайланы. Ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барып, күңел асып ултыра алмаясағын бик яҡшы аңланы ул әле. Үҙ ғүмерендә беренсе мәртәбә күкрәген ниндәйҙер билдәһеҙ бер ғазаплы ут бешергәнде тойҙо ул.
Яңы йыл төнөндә Ҡыш бабайҙың – ир кешенең урам буйлап илап китеп барғанын ғына һис кем аңламаны...