1. Президент һәм төбәк Башлығын һайлау
Мартта Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы булараҡ тарихҡа инде. Республикала һайлауҙа ҡатнашыу күрһәткесе рекордлы юғары – 84 процент булды. Ғәмәлдәге дәүләт башлығы Владимир Путинға һайлаусыларҙың 90 проценттан ашыуы, йәғни 2,5 миллион самаһы кеше ышаныс белдерҙе.
Сентябрҙә республика Башлығын һайлау үтте. Радий Хәбировтың икенсе срокка кандидатураһын күрһәтәсәге аңлашыла ине: ул тәүге биш йыллыҡта уңышлы эшләп, байтаҡ күләмле проекттарға башланғыс бирҙе, артабан уларҙы тамамларға кәрәк ине. Үҙенең бурысын ул ошолай тип билдәләне: «Башҡортостанда кешеләр оҙаҡ, лайыҡлы һәм өй йылыһын тойоп йәшәһен өсөн беҙ барыһын да эшләргә тейешбеҙ».
Башҡортостан Башлығын һайлауҙа халыҡтың 72,34 проценты ҡатнашты, һәм был бик яҡшы һөҙөмтә – илдә иң юғарыларҙың береһе. Һайлаусыларҙың 80 проценттан ашыуы Радий Хәбиров өсөн тауыш бирҙе. Ике һайлауҙа ла кешеләрҙең әүҙем ҡатнашыуы халыҡтың власҡа ышаныс белдереүен, тото- роҡлолоҡто һайлауын, бер нисә йылдан төбәктең һәм илдең ниндәй буласағын раҫлай.
2. Иҡтисад үҫеше
Бөтә Рәсәйҙәге кеүек, рес- публикаға ла санкциялар һәм инфляцияның ҡаты шарттарында эшләргә тура килә. Ләкин иҡтисадыбыҙ һөжүмдәргә ыша- ныслы ҡаршы тора. Сәнәғәт етештереүе, сауҙа, торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре арта. Республиканың инвесторҙарға бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуы иҫәбенә инвестициялар үҫә. Быйыл төбәгебеҙ Инвестиция мөхите милли рейтингында үҙенең позицияларын яҡшыртты һәм өсөнсө урынға сыҡты. Үҙ сиратында, яңы проекттар ярҙамында яңы эш урындары барлыҡҡа килә.
Әгәр элек көрсөк һәр ваҡыт эш урынын юғалтыуға, хеҙмәт хаҡының кәмеүенә ҡайтып ҡалһа, әлеге хәлдең үҙенсәлеге шунда: производстволарға эшсе ҡулдар етешмәй һәм эш биреүселәр белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн хеҙмәт хаҡын арттырырға әҙер.
Республика әүҙем рәүештә тышҡы иҡтисади бәйләнештәр булдыра. Төбәк уҙаҡташтары араһында 100-ҙән ашыу дәүләт, шул иҫәптән Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡытай, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡаҙағстан бар. Ноябрҙә Өфөгә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың юбилейлы ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын ҡабул итеүҙе ышанып тапшырҙылар.
Көслө иҡтисад Башҡортостанға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә. 2024 йылда төбәк ошо маҡсатҡа 10 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлде.
3. Парктар, скверҙар һәм хәүефһеҙ юлдар күберәк
Республиканың ҙур ҡалалары ла, бәләкәй ауылдары ла һиҙелерлек үҙгәрә. Матур, төҙөкләндерелгән парктар, скверҙар күбәйә, подъездар яңыртыла, «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса ихаталарҙа заманса балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә. Өфөлә ҡаланың 450 йыллығы уңайынан Көрәш һарайы, Ишеү каналы, Фехтование үҙәге һәм башҡа күләмле проекттар тормошҡа ашырылды.
Һөҙөмтәләрҙе күреп, федераль үҙәк төрлө йүнәлештәргә, шул иҫәптән транспорт инфра- структураһын үҫтереүгә бәйле проекттарға ла ҙур теләк менән аҡса йүнәлтә. Мартта Көнсығыш сығыу юлы буйлап хәрәкәт асылды. Бөгөн белгестәр тоннелде Галле округы урамы менән тоташтыра, Пугачев урамын реконструкциялау дауам итә, Шакша күперен капиталь ремонтлау тамамлана.
4. Башҡортостан – мәктәптәрҙе яңыртыу буйынса лидер
2024 йылда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау президент программаһы буйынса республикала 146 мәғариф бинаһы яңыртылған. Йәнә 88 уҡыу йортон төҙөкләндереү, 16 балалар баҡсаһын һәм ете колледжды ремонтлау планлаштырыла. Федераль аҡсанан тыш, колледждарҙы яңыртыуға Башҡортостан да аҡса йүнәлтә, бында ремонт эштәре генә түгел, уҡыу йорттарын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙа инә.
Хеҙмәт баҙарында ихтыяж булған кадрҙар әҙерләү республика өсөн мөһим.
Радий Хәбировтың башланғысы- на ярашлы, республикала уҡы- тыусыларҙы шифаханаларға юлламалар менән дәртләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Гранттар биреү дауам итә: 2024 йылда 150 белгес 690 мең һум күләмендә грант алған. Тәүге тапҡыр мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына аҡсалата бүләк тапшырҙылар: 75 тәрбиәсе 575-әр мең һумлыҡ гранттар менән билдәләнде. Бындай ярҙам Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ.
Яңы мәктәптәр әүҙем төҙөлә. 2024 йылда дүрт яңы белем усағы сафҡа индерелгән, 10-дан ашыуы – төҙөлөш барышында.
Быйыл Өфөлә республика ма- тематика лицей-интернаты төҙөлә башлаясаҡ.
5. Медицина үҫеше
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда көтөлгән ғүмер оҙайлығы 73,2 йәш тәшкил итте (был - тарихта иң ҙур күрһәткес), сабыйҙар үлеме ике тапҡырға кәмене.
2024 йылда Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар гематологияһы һәм онкология үҙәге асылды. 66 да- уахананы ремонтлағандар. Бер йылда дауаханалар дүрт меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы, 206 санитар автомобиль һатып алған, ауылдарҙа 130 тиҙ төҙөлгән модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырылған. Уларҙың һәр береһендә тиерлек Интернет бар, ошоноң ярҙамында табиптар телемедицина консультациялары үткәрә, ЭКГ-ны дистанцияла тапшыра, электрон эшкә яраҡ- һыҙлыҡ ҡағыҙы һәм рецептар бирә ала. Республикала «сәләмәтлек поездары» эшләүен дауам итә. Йыл дауамында улар 300-ҙән ашыу ауылды ҡарап сыҡҡан, табиптар 169 мең ҡабул итеү үткәргән.
«Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» программалары буйынса 2024 йылда 162 медицина хеҙмәткәре – 500 меңдән 1,5 миллион һумға, тағы 49 табип «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программаһы буйынса 1 миллион һумға тиклем түләү алды.