Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар , 11:30

Тюбингта һаҡ булығыҙ

Ярамаған урында тюбингта шыуғанда йәрәхәт алғандар, ҡайһы ерелер һынғандар күп.

Тюбингта һаҡ булығыҙ
Тюбингта һаҡ булығыҙ
Ҡыш көндәре алда күп әле, санала, тюбингтарҙа шыуғанда һаҡ булығыҙ. Махсус урындарҙа ғына елдерегеҙ. Ауылдарҙа ла балалар машина юлынан йәки уға яҡын шыумаһағыҙ ине.
Көндәр йылы тороу сәбәпле, боҙ ҙа ышанысһыҙ, хәүефле. Бер һыуытып, бер йылытып торғас, ҡыйыҡтарҙа ҡаты ҡар киҫәктәре, боҙбармаҡтар ҙа башҡа төшә яҙып тора. Быныһын да онотмағыҙ.
Тиҙҙән уҡыу башлана. Юл ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәһәгеҙ ине. Юл аша светофорҙың йәшел утына ғына сығығыҙ, ә водителдәр йәйәүлеләр өсөн янған йәшел утҡа мотлаҡ туҡтаһын ине. Юғиһә, юл аша үтеүе лә ҡурҡыныс. Тағы ла бер нәмә тураһында ҡабатлап әйтәбеҙ: дуҫтар, урамда йөрөгәндә ҡолаҡсындар кейеп, онотолоп китеп, музыка тыңлап йөрөмәһәгеҙ ине.
Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас: