Стәрлетамаҡ ҡалаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы хәбәре буйынса, ҡала халҡы [email protected] электрон почтаһына хат ебәреп, төҙөкләндереү буйынса территорияны тәҡдим итеү мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы (Хоҙайбирҙин урамы, 78, 3-сө ҡат, ДШ-ЙМ 10:00-17:00 сәғ., төшкө ял 13:00-14:00 сәғ.) фойеһында урынлашҡан йәшниккә лә тәҡдимдәр ебәрергә була.
"Заманса ҡала мөхитен булдырыу буйынса йәмәғәт комиссияһы килгән бөтә тәҡдимдәрҙе лә ентекле ҡарай һәм объекттарҙың (төҙөкләндереү буйынса саралар менән йәмәғәт биләмәләрен) дөйөм исемлеген төҙөйәсәк. Иң күп тәҡдимдәр йыйған биш йәмәғәт урыны һуңғы тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡ, ул 2025 йылдың мартынан да һуңға ҡалмайынса уҙғарыла», — тип аңлаттылар Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда Ленин проспектын (Мәңгелек уттан (Вечный огонь) алып Голиков урамына тиклемге участканы) төҙөкләндереү планлаштырыла. Был объект 2024 йылда тауыш биреү һөҙөмтәһендә еңеү яуланы.