Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар , 15:15

Тауарҙың сифатын смартфон ярҙамында тикшерергә мөмкин

Маркировка тауарҙарҙың етештереүсенән йәки импортерҙан һатып алыусыға барып етеү юлын дәүләт тарафынан күҙәтеү өсөн кәрәк. Шулай уҡ контрафакт тауарҙарҙың әйләнешен кәметеү өсөн дә мотлаҡ.

Тауарҙың сифатын смартфон ярҙамында тикшерергә мөмкин
Тауарҙың сифатын смартфон ярҙамында тикшерергә мөмкин

Рәсәйҙә тауарҙарҙы һанлы маркировкалау һәм күҙәтеү буйынса «Ғәҙел билдә» берҙәм милли системаһы булдырылған. Система илдең бөтә тауар әйләнешендәге һәр берәмекте - уның ҡайҙа эшләнгәненән алып әлеге мәлдә ниндәй һатыу этабында булыуын күҙәтергә һәм тикшерергә мөмкинлек бирә. Маркировкаланмаған тауар контрафакт тип иҫәпләнә.

Мотлаҡ маркировкаланырға тейешле тауарҙар исемлеге: тундар (2016 йылдан), тәмәке (2019 йылдан), аяҡ кейеме, дарыуҙар, фотоаппараттар һәм яҡтыртҡыс лампалар, шиналар һәм покрышкалар, хушбуй (2020 йылдан), еңел сәнәғәт тауарҙары, һөт продукцияһы, ҡаптарға төрөлгән һыу (2021 йылдан), етештереүселәр HoReCa сегменты (отелдәр, ресторандар, кафелар), мәктәп ашханалары, балалар баҡсалары һәм дауаханалар өсөн тәғәйенләнгән һөт продукцияһы һәм һауыттарға ҡойолған һыу (2023 йылдан).

Маркировкалау буйынса һынау проекттарында һыра һәм аҙ алкоголле эсемлектәр, БАД, антисептиктар һәм медицина изделиелары, велосипедтар, кресло-коляскалар ҡатнаша.

Маркировка системаһы нисек эшләй?

  • тауарҙы уникаль код менән маркировкалайҙар, ул төргәккә, ярлыҡҡа йәки тауарҙың нәҡ үҙенә ҡуйыла;
  • кодта мәғлүмәт базаһындағы продукция хаҡында мәғлүмәт туплана;
  • «Ғәҙел билдә» мобиль ҡушымтаһы аша тауар, шул иҫәптән етештереү урыны, көнө һәм ваҡыты хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин;
  • кодты ялғанлап эшләп булмай - уға айырым криптографик технологиялар һалынған.

Мотлаҡ маркировкаланырға тейешле продукцияны кодһыҙ һатҡан өсөн вазифалы кешегә һәм бизнесҡа штраф һәм тауарҙы тартып алыу янай. Киләсәктә маркировкалау системаһына Рәсәйҙең бөтә ҡулланыусылар тауары йәлеп ителәсәк.

честныйзнак.рф сайтында маркировкалау тураһында бөтә мәғлүмәт тупланған - был ҡулланыусыларға ла, бизнес өсөн дә файҙалы буласаҡ.

«Ғәҙел билдә»нең техник ярҙам порталы: vk.cc/cgqzyf

Мәғлүмәт һәм техник ярҙам телефоны: 7 (800) 222-15-23.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: