Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар , 21:19

Табипта булдым әле

Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

Табипта булдым әле
Табипта булдым әле

Яман шәп духтыр инде бына! Бер ерҙе лә тотоп ҡарамайынса, һорашмайынса ла ниндәй дауа, ниндәй дарыу кәрәклеген билдәләй ҙә ҡуя.

 

  Мырҙаҡай дауаханаһына шәп йәш доктор килгән, тиҙәр. Бөтәһе лә шул табип тип зыҡ ҡуба. Йәйен емертеп йөрөп эшләп йөрөп, инде ҡыш етеүгә ауырыуға һабышҡан Миңләхмәт тә барған, имеш. Уның бисәһе Гөлбәҙәр ҙә ҡаралған, ти.  Барыһы ла шул егетте шәп тә шәп, тип маҡтайҙар.
– Яман шәп духтыр инде бына! Бер ерҙе лә тотоп ҡарамайынса, һорашмайынса ла ниндәй дауа, ниндәй дарыу кәрәклеген билдәләй ҙә ҡуя.
– Торғаны әүлиә инде, әүлиә! Алдында торған телвизер кеүек нәмәһенә ҡарай ҙә белә лә ҡуя.
        Лилиә ханым да эҫе мәлендә яңы докторға барып күренергә булды. “Йә быныһы ла китеп барыр... Әллә ни эшләп торламай шул улары. Әле килгәндәрен күреп өлгөрһәң, киткәндәрен белмәй ҙә ҡалаһың. Ен алмаштырғандай тиҙ генә юҡ була ла ҡуялар”.
     Ҡайһы саҡ башы ауыртып яфалай бит. “Былай үтә йонсотмай ҙа, барыбер ҡурҡыта. Тәүбә, тәүбә, яман нәмә булып ҡуймаһын. Ана бит кисә генә телевизорҙа берәү, табиптарға күренеп-күренеп торорға кәрәк”, – тине бит тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә дауаханаға юл тотто.   

         Дауаханала халыҡ апаруҡ ине. Бына уның да сираты етте. Ысынлап та, кабинетта ап-аҡтан кейенгән йәп-йәш ир ҡаршы алды. Һаулығын әллә ишетте, әллә юҡ,  компьютерына текәлгән килеш кенә исем-шәрифен һораны:
– Исем-фамилияғыҙ?
– Рәжәпова  Лилиә.
– Нисә йәш?
– 57.

      Ошонан һуң доктор компьютерына ҡарап бер сама тын ултырҙы, тыҡылдатып нимәлер яҙҙы. Унан тағы һораны:
– Шул дарыуҙы ашайһығыҙмы?
– Эйе.
– Бик яҡшы. Артабан да шул дарыу менән дауаланығыҙ. – Доктор шулай тине лә компьютерына текәләгән килеш һүҙен дауам итте. – Һеҙгә район үҙәгенә направление бирәм. Фәлән көнгә фәлән сәғәткә барып етегеҙ. Унда шәп аппаратура бар.
      Лилиә ханым нимәлер һорарға тип ауыҙын асҡайны ғына, доктор ҡоро ғына:
– Сираттағы, – тине.

     Лилиә ханым сығырға ваҡыт еткәнлеген аңланы.
Район үҙәгенә бараһы көндө көтә-көтә тәҡәте ҡороно уның. Ашағаны – аш, йоҡоһо йоҡо булманы. Төшөндә әллә нимәләр күреп һаташып сыҡты. “Әллә бер-бер яман нәмә бармы икән? Хоҙайым, һәйбәт кенә булһа икән. Нурғәлеһе эсеп толландырған ваҡыттарҙа, бөгөн үк ятып үлһәм дә ых та итмәм, туйҙым, тиһә лә, һис кенә үлге килеп тормай икән. Анау хәтлем донъя ҡор ҙа, китеп бар имеш. Әҙер донъяға килеп керергә йөрөгәндәр хәҙер күп. Ана, күрешеләрендә 80 йәшлек бабайға 40 йәшлек бер ҡатын  килеп ингән, тиҙәр. Пенсияһы килеп тора, рәхәт шул”. Лилиә ханым үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡып китте, төкөрөп алды. “Тфү, тфү, Хоҙайым күрһәтмәһен”.

      Районға барырға тигәс тә, һыпырылып сыҡтың да киттең түгел. Ярай, донъяһын Нурғәлеһе ҡарап торор. Ә бына эштән һорап китеүҙәре бер бәлә. Мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй ул. Директорға бер нәмә әйтер әмәлең юҡ, пыр туҙа башлай. Дауаханаға йөрөгән кешене өнәп бөтмәй.

- Ниндәй бер туҡтауһыҙ балнис! Эшләргә теләмәһәң, урыныңа ярты ауыл килергә әҙер тора, – тип төкөрөгөн сәсә башлай.

     Шулай ҙа урынына кеше табып, таксиға теүәл 500 һумын түләп, 60 саҡрымда ятҡан район үҙәгенә юлланды. Ҡағыҙына “прием 11. 30” тип яҙылһа ла, уның фамилияһын әйткән тауыш ишетелмәне. Ниһайәт, докторҙың шәфҡәт туташы ишекте асып:-

-Рәжәпова, – тине.

Ни эшләптер  бында ла бер ниндәй аппаратура күренмәйсе. Доктор  әлеге лә баяғы арты менән компьютерға текәләгән килеш биш минут самаһы ултырғандар. Унан  һорай башланы:

- Фамилияғыҙ?

  • - Рәжәпова.
  • - Нисә йәш?
  • 57
  • - Шул дарыуҙы ашайһығыҙмы?
  • -Эйе.
  • - Бик һәйбәт. Тағы ла шуны ашағыҙ. – Доктор шулай тине лә шаҡтай ваҡыт алдындағы экранға тексәйеп ултырҙы, тыҡылдатып нимәлер яҙҙы.  Инде ун минут самаһы үткәс, бер ҡағыҙ киҫәге тоттороп, шул нәмәһенә ҡаҙалған килеш телгә килде. – Һеҙгә Өфөгә республика дауаханаһына направление бирәм. Унда бик шәп аппаратура бар.

               Баш ҡалаға барасаҡ көндө лә Лилиә ханым көтә-көтә тәҡәте ҡороно. Хафаланыуы көсәйҙе генә. “Йә, Хоҙай, бер яман нәмә бармы икән? Тәккә генә Уфаға ебәрмәйҙәр инде”.

    Бына Лилиә ханым йөрәген  усына тотоп тигәндәй,  Өфөлә ултыра. Ҡағыҙға сәғәт 11-се яртыла ҡабул итә, тип яҙылған. Тик, ҡәһәрең, 12-се ярты етте,  ә уның сираты һаман етмәй. Ахырҙа шым ғына ишекте асып ҡараны. Бындағы врач та компьютерына ҡаҙалған. Ә әле генә ингән ҡатын ишек төбөндә генә ултыра. Ахырҙа:

  • - Рәжәпова, – тигән тауыш ишетелде.

Лилиә ханым эскә үтте. Доктор уға ҡарамай ғына:

  • - Фамилияғыҙ нисек? – тип һораны.
  • - Рәжәпова
  • - Нисә йәш?
  • - 57
  • - Шул дарыуҙы ашайһығыҙмы?
  • - Эйе.
  • - Бик һәйбәт. Артабан да шулай дауаланығыҙ. – Доктор бер сама туҡтап торғас: Ә ни эшләп бында килдегеҙ? – тине.
  • - Ебәргәс килдем инде.
  • - Үҙегеҙҙең ауылға күптән түгел генә йәш врач эшкә килде. Ҡайтығыҙ ҙа уға барығыҙ.

   Лилиә ханым, ә ни эшләп һеҙгә ебәрҙеләр һуң, тип һорайым тип ауыҙын ғына асҡайны, шәфҡәт туташы икенсе кешене саҡырҙы. Сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.

    Бер нисә сәғәттән Лилиә ханым:“Ишембайҙа дауалаусы бер бабай бар, тиҙәр. Ауырыған ереңде дөрөҫ әйтә, дауаһын да билдәләй икән. Шундай бармайынса булмаҫ”, – тип уйлай-уйлай  автобуста ауылына ҡайтып бара ине...

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас: