Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар , 11:53

“Ашҡаҙар” ҙа заман менән бергә атланы, үҫте

Фәриҙә Рөфҡәт ҡыҙы МӨХӘМӘҘУЛЛИНА, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре: – Мин Ғафури районының “Табын” гәзитендә сығарыусы мөхәррир булып эшләп йөрөгән йылдарҙа, ул саҡтағы “Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире Әҡсән Нәсретдин улы Хәлилов корректор итеп эшкә саҡырҙы.

“Ашҡаҙар” ҙа заман менән бергә атланы, үҫте
“Ашҡаҙар” ҙа заман менән бергә атланы, үҫте

Һуңғы йылдарҙа яуаплы сәркәтип итеп күсерелдем. Ошо йыл-дарҙан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы яҙмышымды “Ашҡаҙар” менән бәйләнем тип, ғорурланып әйтә алам. Гәзитебеҙ ҙә, коллектив та йәш булыуға ҡарамаҫтан, ҙур яуаплылыҡ тойоп, ең һыҙғанып эшләнек.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында милли үҙаңды үҫтереү, йолаларҙы тергеҙеү, киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләү тураһында һүҙ барған осорҙа, гәзитте аҙнаһына ике тапҡыр сығарыу, компьютерлаштырыу – көн талабы ине. “Ашҡаҙар” ҙа заман менән бергә атланы, үҫте. Бигерәк тә 2012 йылда редакцияға үҙ эшенең оҫтаһы, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы Дәүләтйәрова баш мөхәррир итеп тәғәйенләнгәс, гәзит яңырыу кисерҙе, үҙ йөҙөн булдырҙы. Баҫмабыҙ көнүҙәк, тос һәм бай йөкмәткеле мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр менән тулыландырылды. Асылда иһә ябай хеҙмәт кешеләре тураһындағы уҡымлы мәҡәләләр гәзит уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Әлбиттә, редакция менән Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының, юғары һәм урта белем биреү учреждениеларының әүҙем эшмәкәрлеген атап үтмәү мөмкин түгел.

Гәзиткә яҙылыу кампаниялары барышында уларҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ине.

“Ашҡаҙар” гәзитендә эшләгән йылдар минең өсөн һөҙөмтәле лә, шатлыҡлы ваҡиғаларға бай ҙа, тынғыһыҙ ҙа дәүер булды. Ҡалабыҙҙа ғына түгел, республикала ла танылған шәхестәр, Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһы сәркәтибе, драматург Кәбир Аҡбашев, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Риф Дәминев редакцияның ныҡлы таянысы булды. Һәр саҡ уларҙың ярҙамын тойоп эшләнек. Шуныһы үкенесле, хәҙер улар гүр эйәләре инде, йәндәре йәннәттә булһын. Ҡалала уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү тураһында ла уйлаһындар ине.

Ә бөгөнгө ҡатмарлы интернет заманында редакция коллективына тыңғыһыҙ һәм яуаплы эштәрендә ижади уңыштар теләйем.

Гәзиткә яҙылып бүләк отоусы Рәлиф Рәхимовты ҡотлау мәлендә.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

 

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: