Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар , 11:42

“Ашҡаҙар” гәзитенә – 35 йәш!

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Бөгөнгө һанды ҡулығыҙға алып, йәнә лә беҙҙең менән бергә ҡалаһығыҙ! Күп йылдар дауамында баҫманы алдырып килгәндәр әлеге биттә донъя күргән авторҙарҙың, хеҙмәттәштәребеҙҙең ҡыҙыҡлы, үткер, фәһемле мәҡәләләрен яҡшы хәтерләйҙер. Вил Ғүмәров, Рауил Ниғмәтуллиндан алып күпме шәхестәр гәзитебеҙҙең үҫешенә ҙур йоғонто яһаны, үҙ өлөшөн индерҙе. Әлфиә Дилманова, Әҡсән Хәлилов, Рим Ғәббәсов, Гөлнур Дәүләтйәрова, Айгөл Шәрәфетдинова, Салауат Рәхмәтулла... тағы ла бихисап исемдәрҙе атарға мөмкин. Уларҙың яҙмалары гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен байтаҡ йылдар тәшкил итте, баҫмабыҙҙың етәкселәре булды. Уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм һәммәһенең хеҙмәте алдында баш эйәбеҙ!Үкенескә ҡаршы, бөгөн ҡайһы берәүҙәре арабыҙҙа юҡ инде, әммә улар мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй!Күптәр әлеге мәлдә хаҡлы ялда булһалар ҙа, башҡа өлкәлә эшләһәләр ҙә, йәки, хатта башҡа ҡалаларҙа йәшәһәләр ҙә беҙҙең менән бәйләнеште өҙмәй. Бөгөн һүҙебеҙ – ошо хеҙмәттәштәребеҙҙең бер нисәһенә.“Ашҡаҙар”ҙар.

“Ашҡаҙар” гәзитенә – 35 йәш!
“Ашҡаҙар” гәзитенә – 35 йәш!

Гөлдәр Салауат ҡыҙы СОБХАНҒОЛОВА, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы:

– “Ашҡаҙар”ҙа эшләү дәүерем 2004-2013 йылдарға тура килә. Донъяны тотоп алырҙай булып йүгереп йөрөгән ғәмһеҙ ҙә, дәртле лә саҡтар. Ул замандарҙа журналистарға етди һәм абруйлы ҡараш булды, сөнки тәү яңылыҡтарҙы халыҡ тап гәзиттән уҡып кинәнә ине. Әйткәндәй, ҡалабыҙҙың легендар мэры Спартак Әхмәтов, беҙҙе әйҙәгән белгес Владимир Куликов кеүек шәхестәр менән бер сафта атлауым, уларҙың ялҡынлы эшмәкәрлегенә төрөнөп эшләүем менән сикһеҙ бәхетле мин. Ул ваҡыттарҙағы танышҡан, яҡшы мөнәсәбәтле, ихлас ҡарашлы кешеләр менән бөгөн дә аралашабыҙ. Кешене яратыу, кешелеклелекте алға ҡуйыу һәм кеше булып ҡалыу кеүек иң изге сифаттарым да ошонан сынығыу алғандыр.

Гәзит биттәрендә төрлө темаларҙы яҡтыртырға тура килде, иҫәпләшеп ултырыу ҡайҙа ти ул! Хатта республика гәзитенән бер коллега: “Төрлө өлкәне нисек яҡтыртырға мөмкин, вәт, һеҙҙә – баш!” – тип уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуйғаны һаман хәтеремдә. Дан, исем, маҡтау өсөн эшләмәнек, йөрәк ҡушҡанса, кәрәк тип йүгерҙек, барыһына өлгөрҙөк, ниндәй генә хәлдәр-мәлдәр булыуына, эш хаҡының түбәнлегенә ҡарамаҫтан, гәзитебеҙҙе яратып күҙ ҡараһы кеүек һаҡланыҡ. Рухты, аҡылды, таҙа сәмде, яуаплылыҡты алға ҡуйып, халҡым, тыуған Эстәрлем өсөн хеҙмәт итеүем менән бөгөн ғорурмын!
Тормошто күңел менән тойорға, ижади офоҡтоң киңлеген байҡарға өйрәткән, бейегерәк осорға ҡанат ҡуйған, ул замандарҙағы баш мөхәрриребеҙ Рим Ғәббәсовҡа, Гөлнур Дәүләтйәроваға, минең ҡәҙерле коллегаларыма иң оло рәхмәттәремде еткерәм! Әле лә “Ашҡаҙар”ым заман менән бергә атлай, тоғро дуҫыбыҙ булып ҡала, афарин, ижад шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын!

Фото – Г. Собханғолованың шәхси архивынан.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: