Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар , 11:32

БЕҘҘЕҢ “БӨРКӨТ”ТӘН ҠАЙНАР СӘЛӘМ!

Редакциябыҙ өсөн, әйтергә кәрәк, уҙған йыл ваҡиғаларға бай булды. Еңеүҙәр, яңы көс туплау, ил кимәлендәге проектыбыҙ... Барыһы хаҡында киләһе һанда дөйөм йомғаҡлау мәҡәләһендә һүҙ булыр. Әле иһә быға тиклем сер итеп тотҡан ваҡиға менән бүлешкебеҙ килә, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ. Йыл дауамында яугирҙарыбыҙ тураһында байтаҡ яҙма донъя күрҙе гәзит биттәрендә – бөгөн һүҙебеҙ коллегабыҙ хаҡында.

БЕҘҘЕҢ “БӨРКӨТ”ТӘН ҠАЙНАР СӘЛӘМ!
БЕҘҘЕҢ “БӨРКӨТ”ТӘН ҠАЙНАР СӘЛӘМ!

Бөгөнгө көндә меңәрләгән егеттәребеҙ ил һағында, махсус хәрби операцияла хәрби бурыс үтәй. Улар араһында хеҙмәттәшебеҙ Анатолий У.ла бар. Редакциябыҙ водителе бынан бер нисә ай элек ил һағына баҫырға тигән етди ҡарарға килде һәм хәрби контракт төҙөп, “Башҡортостан” полкында хеҙмәт итә. Үҙенә “Бөркөт” позывнойы алған. Ысынлап та, хеҙмәттәшебеҙ бөркөт һымаҡ ул! Етеҙ ҙә, һиҙгер ҙә, аҡыллы ла, сабыр һәм хәрби рухлы ла егет!

Үҙе Ауырғазы районында тыуып үҫкән, Стәрлетамаҡта төпләнеп, беҙҙең редакцияла эш башланы, өйләнде. Йәш кенә көйө үҙ йортон һалып өлгөрҙө. Ҡалғанын беләһегеҙ – бөгөн ул яугир!

“Бөркөт” полкта ла водитель вазифаһында, әммә фронтта бурыстар бүлешеп тороу юҡ, кәрәк икән ҡулына автомат алып хәрби заданиеға ла сығып китә, разведкаға ла бара, дошман дрондарын да бәреп төшөрә.

– Дөйөм маҡсатыбыҙ бер – Еңеү! Ошо уйҙа барыбыҙ ҙа һәм ул хыял тормошҡа ашһын өсөн һуғышабыҙ! – тип һөйләп алды күптән түгел бәйләнешкә сыҡҡан мәлендә коллегабыҙ. – Һуғыш һуғыш инде, төрлө саҡтар була, барыһы ла шыма бара, еңел үтәлә тип әйтеп булмай, шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, ғүмерең тураһында уйланаһың. Әммә быларҙың барыһынан да Ватан өҫтөн тора, миңә ҡалһа. Шуға ауырлыҡтарҙы йырып сығабыҙ, хафаланырға, шикләнергә йөрәктә урын ҡалдырмайбыҙ, – тип тә өҫтәне яугир. Әйткәндәй, ул бөтә гәзит уҡыусыларына, бөтә яҡташтарына сәләм дә әйтте.
Ябалаҡлап ҡарҙар яуа... Ошо ҡар ергә бәхет булып йәйелеп, илгә тиҙерәк Еңеү килһен ине. Иҫән-имен булып, дошманды тар-мар итеп ҡайтырға яҙһын һиңә, ҡәҙерле коллегабыҙ! Артабан да бергә-бергә тыныс тормошта эшләргә яҙһын әле!..

 

Беҙҙең коллегабыҙҙай изге Ватанын һаҡлап хәрби хеҙмәткә яҙылырға теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәт артынан 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51 һандары буйынса мөрәжәғәт итә ала, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариат (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).



Рәмил МАНСУРОВ.
Фото “Бөркөттөң” шәхси фотоархивынан алынды.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: