Миңә “мама” тип өндәшкәндәре юҡ
– Гөлфирә Рифовна, юбилейығыҙҙы ниндәй тәьҫораттар менән ҡаршы алаһығыҙ? Тыуған көнөгөҙ матур мәлгә тура килгән икән.
– Бик яҡшы тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф менән ҡаршы алам. Тормош дауам итә! Үҙем һайлаған юлдың, маҡсаттарымдың дөрөҫлөгөнә, эргәлә ваҡыт һынауын үткән иң ышаныслы дуҫтар ҡалыуына, ғүмерҙең һәр мәле лә ҡәҙерле икәнлегенә тағы ла нығыраҡ инанам. Ҡыш көнө тыуғаныма шатланып бөтә алмайым: ҡарҙың сафлығы, матур уйынсыҡтар менән биҙәлгән шыршы, Яңы йыл алдынан көтөлгән мөғжизә, төрлө төҫтәр менән балҡыған урамдар, Ҡыш бабай бүләктәре – быларҙың барыһы ла тыуған көнөмдөң айырылғыһыҙ өлөшө кеүек миңә.
– Ғәҙәттә, яңы йылда уҙған йылды барлайбыҙ, һеҙ тыуған көнөгөҙ айҡанлы ла үткәндәргә бағаһығыҙҙыр. Ә бына юбилей ниндәйҙер бер тотош ваҡыт арауығына, тормошҡа, ҙур эштәргә йомғаҡ яһап артабан маҡсаттар ҡуйыр сәбәп үҙенә күрә. Килешәһегеҙме? Нимәләр барлар инегеҙ тормошоғоҙ буйынса?
– Эйе, теләйһеңме-теләмәйһеңме, юбилей осоронда артҡа ҡарап алына икән шул... Ғөмүмән алғанда, йәшәлгән ғүмерем, эшләнгән эштәремә шөкөр ҡылам. Иң мөһиме – терәк булырҙай ғаиләмә рәхмәт, улым, ҡыҙым үҫеп килә, әсәйем, мине яратып торған туғандарым иҫән-һау. Әсәй булараҡ ғорурланып шуны әйтә алам: әлегәсә балаларымдың бер ҡасан да миңә “мама” тип өндәшкәндәре юҡ, Аллаһ Тәғәлә икеһен дә һаулыҡтан, тәүфиҡтан айырмаһын.
Яратҡан һөнәрем, бер төптән егелеп эшләгән, бер һүҙҙән аңлаша алған хеҙмәттәштәрем бар. Университет етәк-селегенән уңдым, республика етәк-селегенә өс тиҫтә йыл дауамындағы хеҙмәтемә хөрмәт менән ҡарауҙары өсөн рәхмәт.
Фәнни-методик хеҙмәттәремдең дөйөм һаны 700-гә яҡынлаған. Монографиялар, һүҙлектәр сығарылған, фәнни мәҡәләләр донъя күргән, аспиранттарым диссертациялар яҡла-ған, уҡыу ҡулланмалары яҙылған, гранттар яуланған – былары профессор вазифаһында башҡарылған эштәрем. Декан булараҡ та ҡәнәғәтмен: беҙҙең факультет әлеге мәлдә университетта һөҙөмтәлелек буйынса иң тәүге урында килә. Бында белем биреүҙең сифаты, тәрбиә эшенең һөҙөмтәһе, фәнни ҡаҙаныштар, студенттарҙың исемле стипендияларға лайыҡ булыуы, Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа, төрлө бәйгеләрҙә урын яулауҙары һ.б. иҫәпкә алына. Республика кимәлендә ойошторолған сараларҙың уртаһында ҡайнайбыҙ – факультеттың үҙенсәлеге шундай... Мәскәүҙә фәнни-техник советта, республикабыҙҙың Фәндәр академияһында ағза булып тороуым да үҙенә күрә яуаплылыҡ өҫтәй – элек-электән ғилми һәм белем биреү ойошмалары бер-береһен тулыландырып тора.
Стәрлетамаҡта мин ысын тормош һабағы алдым
– Баш ҡала вәкиле булып китеүегеҙгә лә арыу ваҡыт үтеп бара, инде Өфөләге уңыштарығыҙға ҡарап ҡыуанабыҙ. Бөгөн ниндәй проекттар менән мәшғүлһегеҙ?
– Ғүмер тиҙ үтә. Өфөгә күскәнгә быйыл 8 йыл була инде... Иҫләп ҡараһаң, ошо арауыҡта байтаҡ ҡына эш башҡарылған: бихисап олимпиадалар, конкурстарға нигеҙ һалынды, йылына даими рәүештә эреле-ваҡлы иллеләп сара үткәрелә, унлаған фәнни-ғәмәли конференция, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола, яҙыусылар, шағирҙар, мәҙәниәт һәм фән әһелдәре менән осрашыуҙар үтә. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған: уҡытыусылар өсөн һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу курстары ойошторабыҙ, балалар баҡсаларының полилингваль төркөмдәре тәрбиәселәре һәм дөйөм белем биреү ойошмалары педагогтары өсөн ярҙамсы уҡыу әсбаптары төҙөү, семинарҙар үткәреү – шулай уҡ эшмәкәрлегебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө.
Иң төп эшебеҙ – әлбиттә, факультетҡа уҡырға килгән студенттарға киләсәктә һөнәри эшмәкәрлектәрендә ҡуллана алырлыҡ төплө белем биреү, уларҙы бөгөнгө болғансыҡ осорҙа рухи, мәҙәни яҡтан үҙ-үҙен һаҡлап ҡала алырҙай шәхес итеп тәрбиәләү. Һуңғы йылдарҙа беҙгә бик әҙерлекле, Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса юғары балл йыйған абитуриенттар уҡырға килә. Уларҙы белем биреү сифаты ғына түгел, ә факультетта булдырылған йылы мөхит, фән, спорт, мәҙәниәт яғынан үҫешер өсөн тыуҙырылған шарттар ҙа ылыҡтыра, тип уйлайым.
Яуланған гранттарға айырым иғтибар йүнәлтер инем, сөнки Рәсәй кимәлендә үткәрелгән фәнни гранттар конкурсында еңеү – ул, тимәк, Башҡортостан ғалимдарының Мәскәү эксперттары тарафынан юғары баһаланыуы. Быйыл Рәсәй ғилми фонды гранты нигеҙендә Пермь крайы Барҙа районы башҡорттарының тел үҙенсәлектәрен, фольклор өлгөләрен өйрәнеү эшен тамамланыҡ. Бик етди проект булды ул. Төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүсе боронғо ҡәүем башҡорттары йәшәгән төбәккә экспедиция ойошторҙоҡ. 438 биттән торған күләмле китап, Рәсәйҙең абруйлы баҫмаларында ундан артыҡ мәҡәлә донъя күрҙе, сит ил журналдарында инглиз телендә мәҡәләләр баҫылды.
Быйыл иһә беҙҙе тағы бер проект көтә: Рәсәйҙәге бик киң билдәле Владимир Потанин фонды ойошторған мәртәбәле конкурста еңеп, грант оттоҡ. Полилингваль мәктәп уҡытыусылары өсөн тренингтар ойошторасаҡбыҙ.
Әлбиттә, пландар ҙур. Һаулыҡ булһын, ҡалғанын эшләрбеҙ.
– Һорауҙы дауам итеп, һағындырамы Стәрлетамаҡ, нисек кенә булмаһын, бында шаҡтай ғүмерегеҙ үткән, диплом алыу, фән кандидаты, докторы булыу, ғаилә ҡороу, балалар ошо ҡалала тыуған бит...
– Һағындырмаған ҡайҙа инде, һағындыра... Ауылға ҡайтып барышлай, таныш урамдар аша үтәбеҙ. Ҙур ҡалаға өйрәнгәс, Стәрле хәҙер бәләкәйерәк күренә, әммә күңелгә яҡын, танһыҡ. Пединститутта уҡығанда ултырып йөрөгән троллейбустың һанына тиклем яҡшы хәтерләйем. Быйыл курсташтар менән 30 йыллыҡ осрашыуға йыйылып алырға ине, төркөм старостаһы булараҡ, яуаплылыҡ минең өҫтә.
Бергә уҡыған төркөмдәштәремде (улар менән аралашып торабыҙ), элекке хеҙмәттәштәремде, үҙем уҡытҡан студенттарҙы һәр ваҡыт йылы хәтирәләр менән иҫкә алам. Заманы ла башҡасараҡ ине бит, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт тә икенсерәк ине. Стәрлетамаҡта мин ысын тормош һабағы алдым. Уҡытыусыларымдың алымдарын әле үҙ тәжрибәмдә ҡул-ланам. Заман үҙгәрһә лә, тормош асылы, тәрбиә ҡанундары үҙ көсөн юғалтмай.
21-се мәктәптә уҡытыусы булып эш башлағайным, уҡыусыларым менән әле һаман бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Педаго-гия институтында (хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәр-летамаҡ филиалында) егерме йылдан ашыу эшләнем, рәхмәтле студенттарым хәбәрҙәр ебәреп тора, осрашҡанда ҡосаҡлап алалар. Шуныһы – иң ҡыуаныслы мәлдәр.
Милли матбуғаттың хәле ныҡ ҡына уйландыра...
– Белеүебеҙсә, быйыл һеҙ етәк-ләгән факультет ҙур юбилейын билдәләй, уҙған йыл аҙағында факультетта эшләп килгән журна-листика кафедраһына 35 йыл тулды. Ошо матур ваҡиғалар тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Беҙҙең факультет университеттың ябай ғына бер өлөшө түгел, ул белем биреү, фәнде үҫтереүгә генә иғтибар йүнәлтмәйенсә, шәхестәр тәрбиәләүсе, хатта ниндәйҙер кимәлдә сәйәси аңды ла формалаштырыусы берәмек, сөнки тап ошонда республикабыҙ өсөн байтаҡ ҡына милли кадрҙар әҙерләнә. Элекке Башҡорт дәүләт университетының (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының) башҡорт бүлеген тамамлағандар араһында бихисап дәүләт эшмәкәрҙәре, фән әһелдәре, мәғариф алдынғылары, әҙәбиәт һәм тел ғилеме, фольклор буйынса абруйлы белгестәр, журналистар, көнсығыш телдәре буйынса тәржемәселәр һәм башҡа һөнәр эйәләре булыуы ғәжәп түгел. Бында хатта атҡаҙанған һәм халыҡ артистары ла уҡып сыҡҡан! Быйыл университетта башҡорт бүлеге булдырылыуға теүәл 95 йыл, ә факультет иһә, айырым структур берәмек булараҡ, 35 йыл эшләй.
Ошо ике матур датаны берләштереп, 11 февраль көндө “Торатау” конгресс-холл бинаһында һабаҡташтар осрашыуы үткәрергә йыйынабыҙ.
– Журналистика тигәндән, ағымдағы йылда беҙҙең гәзит тә үҙенең 35 йыллыҡ юбилейын ҡаршы ала. Ошо уңайҙан киләсәк уйландыра, ә бына һеҙҙең факультетта беҙгә алмашҡа килерҙәй ҡыҙҙар-егеттәр тәрбиәләнәме? Ғөмүмән, йәштәр менән эшләгән кеше булараҡ ки-ләсәкте нисек күҙаллайһығыҙ? (Беҙ-ҙең тармаҡты күҙ уңында тотҡанда ла, дөйөм һүҙ йөрөткәндә лә.)
“Ашҡаҙар” гәзитен юбилейы менән беренселәрҙән булып ҡотлай торайым әле, улайһа! Студент саҡта ла, мәктәптә эшләгәндә лә, юғары уҡыу йортонда уҡытҡанда ла алдырып уҡый инем, мәҡәләләрем баҫылды, әле лә Стәрлеләге яңылыҡтар менән танышып барам.
Милли матбуғаттың хәле ныҡ ҡына уйландыра... Республика кимәлендәге гәзит-журналдарға яҙылыу кәмегәндә, ҡала һәм район уҡыусыларына тәғәйенләнгән баҫмаларға икеләтә ҡыйын. Бер яҡтан, тираж кәмей.
Бында йә әүҙем гражданлыҡ позицияһындағы милләттәштәргә, йә рухлы етәкселәргә, йә бағыусыларға өмөтләнергә генә ҡала. Икенсе яҡтан, был өлкәлә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡтарының түбән булыуы бәкәлгә һуға. Тап бына ошо икенсе сәбәп кадрҙарға ҡытлыҡ та тыуҙыралыр, моғайын. Ваҡытлы матбуғат сараларында эшләргә атлығып тороусылар юҡ. Беҙҙең факультетта башҡорт журналистикаһы бүлегендә әлеге мәлдә ни бары ун студент уҡый. Бынан өс йыл элек, Журналистар форумында, республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тарафынан башҡорт журналистарын әҙерләүгә бюджет урындары бүлеү хаҡында һорау күтәрелгәс, 10 урын булдырылды. Башҡаса был һорау ҡуйылманы, тимәк, киләһе йылдарҙа бюджет урындар ҙа бүленмәне. Башҡорт журналистикаһы бүлегендә уҡып йөрөгән 10 студенттың барыһы ла тиерлек йә телевидение, йә радиола эшләп йөрөй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе лә гәзит, журнал редакцияларын һайламай.
Ғөмүмән алғанда, йәштәр хәҙер ниндәй?! Мин уларҙы бер ҙә насар тимәйем, йәштәрҙең үҙҙәрен дә, фекерҙәрен дә хөрмәт итәм. Улар икенсерәк. Донъяға ҡараштары башҡаса. Беҙҙең кеүек, идеалдарға табынып йәшәмәйҙәр. Элеккесә, яйлап стаж йыяйым, ыңғай портфолио туплайым, артабан яйлап эш хаҡы ла күтәрелер, тимәйҙәр. Уларға аҡса әле, бөгөн һәм күп кәрәк! Эше лә артыҡ ауыр булмаһын, аҡсалыраҡ та булһын.
Аҡсаны әҙ түләйҙәр икән, ул бөтөнләй эшләп тә тормай. Бына бит ул ҡайҙа хикмәт!
Факультеттағы күпселек студенттар эшләп тә, уҡып та йөрөй. Мин быға ыңғай ҡарайым. Өлгөрә икән – әйҙә! Түләүле бүлектә уҡыған студенттарыбыҙҙың яртыһын улар тәшкил иткәнлеген иҫәпкә алғанда, бер ҙә насар түгел. Әммә мине борсолдорғаны – күптәре үҙ һөнәре буйынса эшләмәй, көнөнөкөн көнөнә түләй торған эш урындары эҙләй, айына ике тапҡыр эш хаҡы бирелә торған вазифаға ризалашмайҙар. Репетиторлыҡ менән шөғөлләнәләр, һирәк кенә була торған, әммә аҡсалы заказдар көтәләр. Быға сик ҡуйып булмай.
Бәхет ярсыҡтары
– Һеҙ үҙегеҙ ҙә һәр саҡ әүҙем, йәш, ныҡыш булып ҡалаһығыҙ? Бының сере нимәлә һуң? Бәхетегеҙҙең сере нимәлә?
– Рәхмәт! Дөрөҫөн әйткәндә, ул хаҡта уйланырға ла ваҡыт юҡ. Йә теге эш сығып тора, йә быныһы. Махсус рәүештә спорт менән шөғөлләнмәйем, диета тотмайым. Беҙҙең эштә әүҙемлек артығы менән ул, факультетта тормош ҡайнап тора бит. Йәштәрҙең дә тормош рәүешенә яраҡлашабыҙҙыр: беҙҙә шул тиклем дәртле, өлгөр, аҡыллы студенттар уҡый, һоҡланып ҡарап торорлоҡ. Тышҡы ҡиәфәткә эске торош та йоғонто яһай, тигән фекерҙәмен. Кешегә көнләшмәйем, башҡаларға оҡшарға тырышмайым, аралашыуҙа ихласлыҡҡа ынтылам. Тәбиғәттән интуициям көслө: алдымда бер төрлө, артымда икенсе төрлө хәбәр һөйләп тороусыларҙы шунда уҡ үтәнән-үтә күрәм. Хеҙмәттәштәремә лә әйтеп ҡуйғанмын: ниндәйҙер һыҙатым оҡшамай икән, тураһын әйтегеҙ, минең үс һаҡлап йөрөй торған холҡом юҡ, тип. Башҡаларға ғына түгел (быны ятыраҡ кешеләр уҫаллыҡ тип тә ҡабул итә), тәү сиратта үҙемә талапсанмын. Күңелем ятҡан эш, талпынып ҡайтыр ғаиләм, ҡулға ҡул тотоноп эшләрлек хеҙмәттәштәрем, рәхмәтле студенттарым, тормош юлымда осраған изге күңелле кешеләр – былар барыһы ла бәхет ярсыҡтары, береһе генә булмаһа ла, донъям теүәл булмаҫ ине.
Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.
Фотолар Г.Абдуллинаның шәхси архивынан алынды.