Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар , 11:47

Гәзитебеҙ гөрләп эшләп торһон!

Эльдар Мөнир улы ФӘТТӘХОВ, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы: – Дмитрий Маликов килгән, матбуғат конференцияһына бар!Ул ваҡыттағы беҙҙең баш мөхәррир, Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙының ошо һүҙҙәренән башланып китте минең өсөн журналистика һуҡмағы.

Гәзитебеҙ гөрләп эшләп торһон!
Гәзитебеҙ гөрләп эшләп торһон!

Шул мәлдә “Ашҡаҙар” гәзите тарихының бер тиҫтәнән ашыу осоронда ҡала һәм район тормошондағы ваҡиғаларҙы фотоһүрәттәр, мәҡәләләр аша сағылдырып барасағымды күҙ алдына килтерә лә алмағанмындыр әле.

Эйе, кисә генә студент булып, яңы ғына ғаилә ҡороп “Ашҡаҙар” гәзитендә эшләй башлаған кеүекмен, шулай ҙа был ваҡыт арауығында гәзит тә үҫеште, уның менән ғаиләм дә нығынды, ишәйә барҙы.

Тормош бер урында ғына тормай һәр ваҡыт үҙгәрештәр кисерә. Интернет селтәрендә социаль селтәрҙәр менән халыҡ яңы таныша башлаған осорҙа “Бәйләнештә” селтәренең “Аш-ҡаҙар” гәзите төркөмөн булдырып ҡыҙыҡ өсөн мәҡәләләр һала башлаған инек. Күп тә үтмәне төркөм йәнлелек алды, ғөмүмән алғанда, республика матбуғаты Интернет селтәрендә эшләүгә ҙур баҫым яһай башланы ул саҡ. Интернетҡа күсеп китһәк, гәзит бөтә, тип тә фекерләүселәр булды, әммә ваҡыт киреһен дәлилләй, сайт, Телеграм канал, Класташтар, Тик-Ток һәм башҡа майҙансыҡтарҙа ла үҙ һүҙен әйтеп бара ҡала гәзите.

Журналист һөнәре ҡаланың ҡайһы мөйөшөнә генә алып барманы, иртәнсәк ҡала хакимиәтендә кәңәшмәлә булһаң, артабан ҡаланың коммуналь хужалығы хеҙмәттәре ҡар таҙартҡандары, йә асфальт һалыу эштәре шаһиты булаһың, ул арала завод, мәктәп, йә дауаханала эшләүсе хеҙмәт кешеһе менән дә осрашып матур мәҡәлә планы уйлап та ҡуяһың. Дөйөм алғанда, яҙышыу, гәзит сығарыу менән генә туҡталып ҡалманыҡ, гәзит исеме “Ашҡаҙар” гәзите кубогына көрәш, шахмат турнирҙары, шиғырҙар бәйгеһе кеүек саралар аша ла яңғырап торҙо.
Артабан да ҡалабыҙҙың берҙән бер милли баҫмаһы булып торған гәзитебеҙ гөрләп эшләп торһон!


Юрий НЕСТЕРЕНКО фотоһы.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: