Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар , 10:14

Рәсәй матбуғаты көнө менән!

Рәсәйҙә баҫма һүҙгә һәр заманда ла айырым мөнәсәбәт булған. Бөгөн дә журналистарҙың эше мөһим һәм яуаплы, хеҙмәттәре ихтирам менән баһалана.

Рәсәй матбуғаты көнө менән!
Рәсәй матбуғаты көнө менән!

1703 йылдың был көнөндә Рәсәйҙә тәүге гәзит – “Ведомости” сыға башлай. Мөхәррире Пётр I үҙе була. Йәнә батша гәзит уҡыу урыны булған ресторандар астыра: халыҡҡа сәй һәм тәм-том бушлай бирелә. Быны император яңы реформалар менән таныштырыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек итеп ҡарай.

Ошо ваҡиға айҡанлы, 1991 йылдан алып 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә башлай. Был күркәм дата журналистарҙың, шулай уҡ полиграфия өлкәһендә эшләүселәрҙең, газета-журнал таратыусыларҙың да байрамы. ХХ быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Баҫмалар биттәрендә ваҡытты сағылдырған тарих һаҡлана.

Рәсәйҙә баҫма һүҙгә һәр заманда ла айырым мөнәсәбәт булған. Бөгөн дә журналистарҙың эше мөһим һәм яуаплы, хеҙмәттәре ихтирам менән баһалана. Матбуғат һәр ваҡыт йәмғиәт кәйефенә йоғонто яһаусы нескә механизм, уның рухи һәм интеллектуаль сәләмәтлегенә үҙенсәлекле йоғонто яһаусы булып ҡала.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: