Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар , 17:40

Йылды йәнә еңеүҙәрҙән башлайбыҙ!

“Ашҡаҙар” гәзитенә ағымдағы йылда 35 йыл һәм юбилей йылын беҙ еңеүҙәр менән ҡаршы алабыҙ! Быйыл да республика киң мәғлүмәт саралары араһында төрлө көнүҙәк темаларҙы, республика үҫешен яҡтыртыуҙа беҙ бер юлы бер нисә конкурста еңеүселәр рәтендә!

Йылды йәнә еңеүҙәрҙән башлайбыҙ!
Йылды йәнә еңеүҙәрҙән башлайбыҙ!

Шулай итеп, коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса мәҡәләләр конкурсында беҙ 2-се урын яуланыҡ. Әйткәндәй, “Стерлитамакский рабочий” гәзитенә ошо уҡ номинацияла 3-сө урын бирелде. Ә “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлегенә бәйле мәҡәләләребеҙ 3-сө урын алды. Ә инде Башҡортостан Республикаһының баҫма мәғлүмәт саралары араһында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртҡаны өсөн “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Тотош коллективтың ҙур хеҙмәте булып торған был еңеүҙәребеҙ дауамлы булһын, ошондай иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ мәҡәләләребеҙ менән артабан да һеҙҙе ҡыуандырып торорға насип булһын!

“Ашҡаҙар”ҙар.

Йылды йәнә еңеүҙәрҙән башлайбыҙ!
Йылды йәнә еңеүҙәрҙән башлайбыҙ!
Йылды йәнә еңеүҙәрҙән башлайбыҙ!
Йылды йәнә еңеүҙәрҙән башлайбыҙ!
Йылды йәнә еңеүҙәрҙән башлайбыҙ!
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: