Винер Фларис улы 2024 йылдың 30 октябрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, тыуған ил һағына баҫа. Штурмлау ротаһына эләгә.
Оло юлға сығыр алдынан Винер Фларис улы хеҙмәттәштәренә уның ҡарары аңлы рәүештә ҡабул ителеүен әйтә.
- Был минең конституцион һәм кешелек бурысым. Бөгөн был нацистар Курскиға баҫып инде, иртәгә минең өйгә килеүҙәре бар, беҙгә уларҙы ҡыуып сығарырға кәрәк. Бөрө егеттәренә, МХО хәрбиҙәренә күп ярҙам иттем, гуманитар ярҙам йыйҙым. Шулай уҡ гәзитебеҙҙәге «Патриот» рубрикаһында ҡаһарман яугирҙәр, ирекмәндәр тураһында күп яҙҙым. Ир-егеттең һүҙҙәре уның эштәренә тап килергә тейеш, — тигән шул саҡта Винер Фларис улы.
Хеҙмәттәштәре менән һуңғы тапҡыр 12 ноябрҙә бәйләнешкә сыҡҡан була. Әҙерлек тамамланыуы, оҙаҡламай алышҡа сығыуҙары тураһында хәбәр итә. Еңәсәкбеҙ! - был уның һуңғы һүҙҙәре була. Башҡа ул бәйләнешкә сыҡмай. Яугир Герой булараҡ хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Винер Йыһаншин 1964 йылдың 1 ғинуарында Борай районының Ғүмәр ауылында тыуған. 1990 йылда Караганда дәүләт университетының «Филолог. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» белгеслеге буйынса уҡып сыға.
1997 йылда Бөрө районының «Победа» гәзите редакцияһына хәбәрсе булып эшкә килә. 2016 йылда «Победа» гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзы ағзаһы.
Ул үҙ эшенең оҫтаһы, өлгөлө тормош иптәше һәм яратҡан атай була.
“Победа” гәзите редакцияһы һәм барлыҡ Бөрө мәғлүмәт үҙәге, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто, матубғат һәм киң мәғлүмәт саралары өсөн был ҙур юғалтыу.
Винер Фларис улы улының туғандарының һәм яғындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Беҙҙең өсөн ул мәңге Герой буласаҡ!
Һәләк булған батыр яугир менән хушлашыу ошо көндәрҙә була. Көнө тураһында алдан хәбәр итәсәкбеҙ.