Бөгөн һүҙем тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова хаҡында.
Ләйсән Йосопованың мәҙәниәт һәм әҙәбиәт өлкәһендәге Ғәли Ибраһимов исемендәге премияға тәҡдим ителгәнен ишеткәс тә ҡыуандым. Сөнки ул һәр проектының идеяһынан алып киң тамашасыға еткергәнгә тиклем бөтә аң-зиһене менән уның эсендә ҡайнай. Ул был проекттарҙы яуаплы һәм оҫта ойоштороусы ғына түгел, ҙур идея еткереүсе лә. Шуға шәхсән Ләйсән Йәркәй ҡыҙы был премияға күптән лайыҡ шәхес, тип иҫәпләйем һәм был фекерем менән барлыҡ ҡоролтай, ҡалабыҙҙың милли йәмәғәтселеге килешәлер тип уйлайым.
Проекттар араһынан миҫал өсөн “Етегән” – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә айырым туҡталып үткем килә.
...Үкенескә ҡаршы, йәштәребеҙ 14 февраль мөхәббәт байрамын билдәләп йөрөнө. Ә бит был бөтөнләй ситтән килеп ингән, көсләп тигәндәй тағылған байрам. Шул уҡ ваҡытта башҡорт мәҙәниәте, ауыҙ-тел ижадында күпме мөхәббәт тарихтары бар! Мәҫәлән, һөйөү өсөн ҡорбан булған ете ҡыҙ легендаһын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ошо легенда нигеҙендә, үҙебеҙҙең ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ байрамы булһын тип “Етегән” яралды ла инде.
Был проекттың шишмә башында тороп, тарихсы булараҡ, Ләйсән Йосопова уның идеяһына милли йолаларыбыҙҙы, ғаилә ҡиммәттәрен һалырға тырышты.
1 март билдәләнгән был байрам хәҙер “Башҡорт ғаиләһе көнө” нигеҙенә ятты, сара бер нисә йыл дауамында инде хәҙер төбәк-ара(!) кимәлгә тиклем үҫеште. Иң мөһиме күпме матур башҡорт ғаиләләрен астыҡ, уларҙы бар донъяға таныттыҡ! Ә күпме йәштәр ошо байрамда ижади һәләттәрен асты, бер-береһе менән танышып ғаилә ҡорҙо! Уйлай китһәк, “Етегән”дең дә, башҡа проекттарҙың да мәғәнәһе тәрәндә ята. Был йәһәттән
Ләйсән Йәркәй ҡыҙына афарин тиергә һәм уңыштар теләргә ҡала!
Эльдар ФӘТТӘХОВ,
БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы.
Автор фотоһы.