Рәсәй Эске эштәр министрлығының Борай районы буйынса бүлексәһенә 24 йәшлек егет мутлашыу факты тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уға аферистар инвестицияларҙан килем алырға вәғәҙәләй.
Уҙған йылдың ноябрь айында егеткә “белгестәр” шылтыратып, бер ниндәй ҙә махсус белемһеҙ аҡса эшләргә тәҡдим итә. Шылтыратыусылар ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итеү буйынса консультациялар вәғәҙәләй. Уғрыларға ышанып, егет кредитҡа алған 2 миллион һум аҡсаһын күсерә. Аҡса “инвестиция консультанттарына” алып барып бирергә тейешле курьерҙарға тапшырылған була.
Аферистар булдырған иҫәптә тәүге осорҙа акцияларҙың үҫешеү графигы күренеп тора, әммә килемде сығарыу мөмкин булмай. Алған кредит буйынса түләү көнө килеп еткәс, ә “брокерҙар” бәйләнешкә сыҡмай башлағас, егет уны алдауҙарын аңлай.
Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы йәнә уяу булырға саҡыра! Еңел һәм тиҙ табыш тәҡдим иткән таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ. Шикле проекттарға аҡса һалмағыҙ һәм инвестициялар өсөн кредиттар алмағыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, мутлашыусыларҙың һеҙҙе алдау өсөн төрлө ҡиәфәткә инеүҙәре мөмкин.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.