Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2025, 08:53

Табыш артынан ҡыуыу - нәфсене ауыҙлыҡлай алмау сәбәбе

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 40 йәшлек слесарь табыш артынан ҡыуып, 3 миллон һумһыҙ тороп ҡала.

Табыш артынан ҡыуыу - нәфсене ауыҙлыҡлай алмау сәбәбеТабыш артынан ҡыуыу - нәфсене ауыҙлыҡлай алмау сәбәбе
Табыш артынан ҡыуыу - нәфсене ауыҙлыҡлай алмау сәбәбе

Шулай итеп, мутлашыусылар тоҙағына сираттағы Стәрлетамаҡ кешеһе эләгә. Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ир Интернет селтәрендә инвестициялар ярҙамында аҡса эшләү иғланын күреп, һылтанмаға баҫа. Оҙаҡламай уға “финанс белгесе” шылтырата. Зыян күреүсе билдәһеҙ сайтта теркәлә һәм 10 000 һумды һалып та ҡуя. Артабан ир хатта табышын да ала һәм уны шәхси иҫәбенә күсерә.

Әммә бынан һуң уғрылар уға күберәк аҡса һалырға тәҡдим итә, һәм слесарь күп уйлап тормай иҫәпкә миллиондан ашыу аҡса күсерә. Был аҡсаны ул фатир алыр өсөн йыйған була. Бынан һуң зыян күреүсенең шәхси кабинеты юҡҡа сыға, ялған белгестәр страховка өсөн йәнә аҡса индерергә кәрәклеген белдерә. Ир ҡатынынан 800 000 һум һорап ала, шулай уҡ 180 мең һумға кредит та ала. Аҡса шулай уҡ билдәһеҙ иҫәпкә күсерелә. Бынан һуң зыян күреүсе ағаһын ышаныслы шәхес булараҡ күрһәтеп, унан да 800 мең һум аҡса һорай һәм аферистарға күсерә.

Һәм, мутлашыусылар уға, йәнә бер ышаныслы шәхес табырға кәрәк тигәс кенә, ир уғрылар тоҙағына эләгеүен аңлай... Полиция енәйәт эше ҡуҙғата.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас