Ул хикәйәләрендә һәр саҡта ла ыңғай хәлдәрҙең еңеүе менән тамамларға ярата, кеше күңелдәренә яҡшылыҡҡа ышаныс тыуҙыра, хатта йыландарға ҡарата ла кешелә йәлләү тойғоһо уята. “Әсәй бул да ҡуй!” исемле китабына уның 18 хикәйәһе кергән. Барыһы ла ысын тормоштан алып яҙылған, уның хикәйәләрендә үҙенең дуҫтары, туғандары, ауылдаштары менән булған хәлдәр хикәйә геройҙары булып йәнләнәләр.
Миңә бигерәк тә уның ошо китабындағы “Юлда табылған мөхәббәт” хикәйәһе оҡшай! Был хикәйәлә элек беҙҙең йәш ваҡыттағы поезға ултырып ҡаланан ауылға атай-әсәй янына ҡайтырға тип ынтылышыбыҙҙы хәтерләтте. Был хикәйәлә Салауат мед-училищеһының 1-се курсында уҡып йөрөгән Айгөл һәм Мәүә исемле ҡыҙҙар Яңы йылға ауылдарына ҡайтырға сығалар һәм поездан төшкәс, ҡаршылаусы ла булмағас, йәйәүләп китәләр, тик ҡараңғыла аҙашып кире яҡҡа табан атлайҙар. Ә тышта 40 градустан артҡан һыуыҡ! Әл дә улар бер ферма ҡарауылсыһы өйөнә юлыға. Ҡарауылсы бабай уларға сәй эсереп, йылытып дөрөҫ юл өйрәтеп ебәрә. Ҡыҙҙар бер аҙ атлағас арттарынан Наил исемле күрше ауыл егете ҡыуып етә һәм ул арыған, йонсоған ҡыҙҙарҙы ташлап китмәй, әйберҙәрен күтәрешеп бергә атлай. Шулай итеп, бик һуң ғына ауылдарына ҡайтып етәләр. Айгөлдөң ауылға күстәнәскә тип алған емеш-еләктәре туңып, шыршы биҙәргә алған тәтәйҙәре ватылып бөтә, тик ни хикмәттәндер бер тәтәй – кишер тотҡан ҡуян ғына ватылмай ҡала. Ошо мажаралы юлда табыла Айгөл менән Наил араһындағы мөхәббәт! Хәҙер инде улар 35 йыл бергә: балалар, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләп үҫтерәләр. Һәм һәр Яңы йылда шыршы биҙәгәндә ошо ҡуян уларҙың мөхәббәтенең нисек башланыуын, үҙҙәренең бәхетенең ҡәҙерен белергә кәрәк икәнен иҫтәренә төшөрә.
Гөлназдың хикәйәләре “Ағиҙел” һәм “Шоңҡар” журналдарында, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Табын” һәм башҡа район гәзиттәрендә баҫылып тора, район һәм республика күләмендәге конкурстарҙа еңеү яулап, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Бына шулай бәрәкәтле, бай Ғафури ерендә тағы бер ижадсы үҫеп сыҡты.
Гөлназдың иҫ киткес тырыш булыуы, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмауы – маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Ул маҡсатына өлгәшеүсе, ярҙамсыл, кәңәшсе, туғандарына терәк булыуы менән айырылып тора. Шулай уҡ күңеленә тыуған яҡтарынан илһам ала, Гөлназдың күңелендәге илһам бик көслө итеп, бер кем көтмәгәндә, урғылды бит ул! Автор менән бер аҙ таныштырып шуны әйтмәксемен, Гөлназ – башҡорт теле уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы. Ул беҙҙең Родина – Ватан ауылында (Ғафури районы) йәшәне, мәктәбебеҙ урта мәктәп сағында балаларға башҡорт теленән белем бирҙе. Тормош иптәше менән өс балаға ғүмер, яҡшы тәрбиә бирҙеләр. Эшләгән саҡта бар күңелен балаларға һалғас, уның ижады ла һуңыраҡ урғыны күңеленән.
Гөлназдың уңышына үҙемдең китабым сыҡҡан кеүек бик шатмын! Беҙ Ватан ауылында уның “Әсәй бул да ҡуй!” китабының гөрләтеп исем туйын үткәрҙек. Шулай гөрләтеп премия менән дә ҡотларға яҙһын!
Фәүзиә Ҡотлогилдина–Алтынбикә.
Башҡортостандың халыҡ сәсәне, Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны.