Ошо көндәрҙә “Аструм” сауҙа үҙәгендәге ирекмәндәр майҙансығын “Атай” позывнойлы яугир килеп күргән. Ул маскировкалау селтәрҙәренең ни тиклем кәрәк булыуы хаҡында һөйләне. Хатта селтәрҙә дошмандың хәрби припастар менән дрондың себәләнгән осрағы ла була. Бихисап яугирҙың ғүмере һаҡланып ҡалына, шул иҫәптән Стәрлетамаҡтан дүрт яугирҙың да.
Ирекмәндәр һалдатҡа махсус йыйылма һәм күстәнәс бүләк итеп, батырлығы өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алғы һыҙыҡ һәм госпиталдәр өсөн ярҙам Шайморатов урамы, 4 (“Ватан” ойошмаһы), эш көнөндә 9.00-18.00 сәғәттә, төшкө ял 13.00-14.00 сәғ.; Комсомол урамы, 5 ( “Колхоз баҙары” туҡталышы), 3-сө ҡат адрестары буйынса ҡабул ителә. “Аструм” сауҙа комплексында һеҙҙе көн һайын 10.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем көтөп ҡалалар. Һорауҙарығыҙ булһа +7 (917) 360-32-45 телефоны аша шылтыратып белергә мөмкин. Шулай уҡ координатор Данис Ғатауллинға +7 (917)456-15-30 шылтыратырға була.
«Zov Сердца» фронтҡа ярҙам итеү берләшмәһенең координация үҙәге Хоҙайбирҙин урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан. Һорауҙарығыҙҙы Гөлнараға (8-987-584-08-55) һәм Еленаға (8-917-34-646-11) бирә алаһығыҙ.
Окоп (блиндаж) шәмдәрен эшләү өсөн таҙа консерва банкалары ҡабул ителә (Хоҙайбирҙин урамы, 122, тел. 8-929- 757-48-92).
«Стерлитамакский рабочий» гәзите мәғлүмәте буйынса.