Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2025, 12:05

Муттарҙы байытҡандан байыталар

Уҙған тәүлектә 20нән ашыу кеше мутлашыусыларға аҡсаһын биреп ҡуйған. Күпселек осраҡта енәйәтселәр үҙҙәрен дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре булараҡ танытҡан.

Муттарҙы байытҡандан байыталарМуттарҙы байытҡандан байыталар
Муттарҙы байытҡандан байыталар

Уҙған тәүлектә 20нән ашыу кеше мутлашыусыларға аҡсаһын биреп ҡуйған. Күпселек осраҡта енәйәтселәр үҙҙәрен дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре булараҡ танытҡан.

Шундай осраҡҡа Өфөлә йәшәүсе 28 йәшлек ҡыҙ тарый. Ҡыҙ уның элекке етәксеһе булып яҙған кешенән смс хәбәр ала. "Етәксе" уға компанияның бер хеҙмәткәре, йәнәһе, мутлашыусыларға ҡыҙҙың шәхси мәғлүмәттәрен тапшырған, һәм аҡсаһыҙ ҡалмаҫ өсөн ярҙам итәсәк кеше менән бәйләнешкә инергә кәрәк, тип хәбәр итә.
Һуңыраҡ популяр мессенджерҙа уға йәнә билдәһеҙ кешеләр яҙа, улар үҙҙәрен Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, тип таныштыра. Улар ҡыҙҙы тәфтишсегә һәм Росфинмониторинг хеҙмәткәренә мөрәжәғәт итергә күндерә, сөнки уның иҫәбенән 300 мең һум самаһы аҡса урларға маташҡандар. Ҡыҙ енәйәтселәргә ышана һәм ялған тәфтишсе менән бәйләнешкә инә. Мутлашыусы уға мәғлүмәттәрҙең таралыуы арҡаһында аҡсаны дуҫ булмаған илдәргә күсереү һәм уға енәйәт яуаплылығы янауы тураһында хәбәр итә. Ул Росфинмониторинг хеҙмәткәре менән һөйләшергә кәңәш итә һәм һөйләшеүҙе тамамлай.


Йәнә икенсе мутлашыусы менән бәйләнешкә ингәс, ҡыҙ үҙен алдамауҙарын аңлай. Ул яңы телефон һәм мутлашыусылар менән аралашыу өсөн сим-карта һатып ала. Уларҙың күрһәтмәләре буйынса банкка барып, мутлашыусыларға 70 мең һум аҡса күсерә. Һуңынан ул бер нисә микрозайм рәсмиләштерә һәм таныштарынан аҡса ала, һөҙөмтәлә, мутлашыусыларға 1,2 миллион һум аҡса ебәрә.


Мутлашыусылар бының менән генә туҡталып ҡалмай. Улар видео бәйләнеш ойоштора, тәфтишсе менән Росфинмониторинг хеҙмәткәре ҡыҙға бәхәс күренешен күрһәтә, унда ир-егеттәр бер-береһен хаталар яһауҙа ғәйепләй. Был хәлдән һуң Росфинмониторингтың "белгесе" зыян күреүсенең яҡын туғандарының телефон номерын һорай. Енәйәтсе ҡыҙҙың атаһына шылтыратып, 100 мең һум аҡса күсермәһә, ҡыҙын физик язалау менән янай. Һуңыраҡ ул йәнә ҡыҙ менән бәйләнешкә инә һәм уға хәлдән сығыу юлын белергә тәҡдим иттә. Ирҙе тыңламайынса ҡыҙ трубканы һала һәм полицияға мөрәжәғәт итә.


39 йәшлек ҡатын менән дә шундай уҡ хәл була. Уға үҙен кәрәҙле элемтә операторы хеҙмәткәре тип таныштырған мутлашыусы шылтырата. Енәйәтсе килешеүҙе оҙайтыу тураһында һораша башлай һәм уның мәғлүмәттәрен әйтергә ҡуша. Ҡатын, бер ни һиҙмәй, мутлашыусыға кәрәкле мәғлүмәтте әйтә. Ошонда шылтыратыу тамамлана.
Бер аҙҙан уғрылар йәнә шылтыратып, үҙҙәрен дәүләт структуралары һәм Росфинмониторинг хеҙмәткәрҙәре булараҡ таныштыра. Дуҫ булмаған илдәргә аҡса күсереү менән янап, улар ҡатынды курьерға 9 миллион һум аҡса бирергә күндерә. Ҡатын аферистарҙың талабын үтәй һәм бөтә тупланмаларын енәйәтселәргә тапшыра.


Мутлашыусылар йыш ҡына мобиль операторҙарҙан, элекке начальниктарҙан йәки рәсми структураларҙан шылтыратыуҙарҙан башланған схеманы ҡуллана. Хатта кәрәкле мәғлүмәт алмаһалар ҙа, улар дәүләт структуралары исеменән шылтыратыуҙарын дауам итә ала. Аферистар ҡорбандарын мутлашыусылар кредиттар рәсмиләштерә йәки аҡсаны дуҫ булмаған илдәргә күсерә, тип ышандыра. Улар ҡурҡыта, көсһөҙ урындарға баҫым яһарға тырыша. Йыш ҡына улар паника тыуҙырған һүҙҙәр ҡуллана, мәҫәлән, ашығыс рәүештә банкка мөрәжәғәт итеү кәрәклеге тураһында. Шунда уҡ трубканы һалырға һәм полицияға мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ яҡындарығыҙ иғтибарлы булһын өсөн уларға булған хәл тураһында мотлаҡ хәбәр итергә кәрәк. Мөмкин булһа, шылтыратыусыларҙың исемдәрен һәм номерҙарын яҙып алығыҙ. Шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм аҡсаны бер ҡасан да сит кешеләргә тапшырмағыҙ.


Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас