Борсаҡтың һайлап алынған өлгөләре Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында тейешле экспертиза үтте. Хәүефле карантин организмдарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланмаған, бөтә тауар импортлаусы илдең талаптарына тап килә һәм Ҡаҙағстанға оҙатылған.
“Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы сит илгә нут экспорты күләмен арттыра. Төбәк өсөн традицион булмаған был юғары маржиналь ҡуҙаҡлы культураны үҫтереү республикабыҙҙың аграр секторы килеменең мөһим статьяларының береһенә әүерелә”, – тип белдерҙеләр “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.
Мәҫәлән, 2024 йылда Башҡортостандың ноҡот борсағының сит илгә экспорты күләме 1700 тоннаға еткән.
Шуларҙың 22 тоннаһы – Афғанстанға, 1450 тоннанан ашыуы – Ҡаҙағстанға, 176 тоннаһы Төркиәгә, 50 тоннаһы Ҡырғыҙстанға һатылған.
Фото: fsvps.gov.ru.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-01-26/borsa-a-ihtyyazh-ur-ik-n-4096970