Стәрлетамаҡ ҡалаһынан каратистарыбыҙ “Курск дуғаһынан” дүрт алтын миҙал яулап ҡайтты.
Воронеж ҡалаһында “Курск дуғаһы” Бөтә Рәсәй бөтә төр каратэ буйынса ярыштар уҙғарылды, унда 30ҙан ашыу Рәсәй төбәге өсөн сығыш яһаған мең ярымдан ашыу спортсы көс һынаша. Шул иҫәптән, Стәрлетамаҡ спортсылары ла.
Ҡала хакимиәте мәғлүмәте буйынса, тренер Александр Махновский тәрбиәләнеүселәре дүрт “алтын” һәм бер “көмөш” миҙал яулай.
Үҙ ауырлыҡ категорияларында беренсе урынға Анастасия Шаршакова (ҡатын-ҡыҙҙар), Роман Медников (үҫмерҙәр,16-17 йәш лайыҡ була. Икенсе урында шулай уҡ - Анастасия Шаршакова (16-17 йәш юниоркалар) категорияһында.