Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар , 13:29

Һауа шарттарына бәйле, ҡыйыҡтарҙан боҙбармаҡтар төшөүе ихтимал!

Тышта әле ғинуар аҙағы булһа ла, көндөҙ яҙ һулышы һиҙелеп ҡуя: ҡояштың йылы нурҙары рәхәтләндереп иркәләй, автомобилдәр күпләп йөрөгән юлдар еүешләнеп ята. Нәҡ ошо осорҙа йорт һәм биналарҙың ҡыйыҡтарынан ҡар, боҙ төшөү хәүефе лә арта.

Һауа шарттарына бәйле, ҡыйыҡтарҙан боҙбармаҡтар төшөүе ихтимал!
Һауа шарттарына бәйле, ҡыйыҡтарҙан боҙбармаҡтар төшөүе ихтимал!

Һауа шарттарына һәм ҡыйыҡтан ҡар төшөү хәүефе барлыҡҡа килеүгә бәйле, бина ҡыйыҡтарын ҡарҙан, боҙҙан һәм боҙбармаҡтарҙан ваҡытында таҙартыуға айырыуса иғтибар итергә, шулай уҡ ҡар һәм боҙ ҡатламдары йыйылыу хәүефе янаған урындарҙы кәртәләргә кәрәк.

Шулай уҡ ҡышҡыһын ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан һәм боҙҙан ваҡытында таҙартыу эштәре лә ойошторолорға тейеш. Тәүлектең яҡты ваҡытында ғына ҡыйыҡты ҡарҙан (боҙҙан) таҙартыу рөхсәт ителә. Түбәләрҙең башҡа һөҙәк урындарынан, шулай уҡ яҫы түбәләрҙән ҡар эске ихата биләмәләренә өйөлөргә тейеш.

Ҡыйыҡтан ҡар ырғытыр алдынан транспорт сараларының хәрәкәте һәм йәйәүлеләр йөрөгән урындарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин иткән һаҡ саралары уҙғарыу, иҫкәртеү саралары ҡуйыу мөһим.

Бина ҡыйығынан ташланған ҡар (боҙ) 3 сәғәттән дә һуңламайынса махсус билдәләнгән урындарға сығарылырға тейеш.

Биналарҙы боҙбармаҡтарҙан, ҡар ҡатламдарынан таҙартыу буйынса саралар күрмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа ҡарттырылыуын хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.

Административ комиссия предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәрен ҡала халҡының именлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә яуаплы булырға саҡыра.

Хөрмәтле ҡала халҡы, әгәр һеҙ хоҡуҡ боҙоу шаһиты булһағыҙ, хоҡуҡ боҙоу тураһында фото йәки видео мәғлүмәтте адресын, датаһын һәм ваҡытын яҙып, [email protected] электрон почтаға йәки 8-917-371-21-89 телефон һандары буйынса ватсап аша яҙып ебәрә алаһығыҙ.

Административ комиссия мәғлүмәте буйынса.

Ә.Мансурова фотоһы.

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: