Стәрлетамаҡта киләһе көндәрҙә дымлы, йылы буласаҡ, һәм, урыны менән бысраҡ булыуы ихтимал.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 29 ғинуарҙа, көндөҙ һауа температураһы +2 градусҡа күтәреләсәк. Төндә ни бары -1 градус ҡына була. Кесаҙна, 30 ғинуарҙа, +1 градус, ә 31ендә – 0 градус фаразлана.
Шулай уҡ, артабанғы бер нисә көндә лә һауа температураһы көндөҙ -2 градустан түбәнәймәйәсәк. Бынан тыш, көн һайын ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.
Ҡалаға ошо көндәрҙә ҡышҡыса һауа торошо килерме, әлегә билдәһеҙ.
Ә.Мансурова фотоһы.