Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар , 17:28

Стәрлетамаҡ курсанттары ҡалабыҙҙы данлаясаҡ әле!

Уҙған аҙнала ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов эш сәфәре менән Санкт-Петербург ҡалаһында булып ҡайтты.

Стәрлетамаҡ курсанттары ҡалабыҙҙы данлаясаҡ әле!
Стәрлетамаҡ курсанттары ҡалабыҙҙы данлаясаҡ әле!

“Хәрби-диңгеҙ академияһы менән эшмәкәрлекте артабан да дауам итәсәкбеҙ. Хәрби-диңгеҙ политехник институтында булдыҡ, ул 225 йылдан ашыу хәрби-диңгеҙ флоты өсөн инженер кадрҙары әҙерләй. Институтты тамамлаусылар Хәрби-диңгеҙ флоты караптарын хеҙмәтләндерә һәм төҙөй. Бында шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһынан да курсанттар белем ала. Беҙ егеттәр менән ихлас аралаштыҡ һәм тыуған ҡалаларына саҡырҙыҡ. Улар, тәжрибәләренән сығып, хәрби хеҙмәт алдынан йәш хәрбиҙәр курсы, психологик яҡтан әҙерлек кәрәклеге тураһында тәҡдимдәрен әйтеп ишеттерҙе”, тип башланы һүҙен Эмиль Владиславович.

Стәрлетамаҡ ҡунаҡтары өсөн Хәрби-диңгеҙ политехник институты начальнигы, 1-се ранг капитаны Андрей Васильевич Клименко йөкмәткеле экскурсия үткәрә, уҡыу кластары һәм уҡыу-күнекмә комплексы менән таныштыра.

- Артабан беҙ Ҡотҡарыу һәм һыу аҫты технологиялары ғилми-тикшеренеү институтына юлландыҡ – ул да Хәрби-диңгеҙ академияһының структур подразделениеһы булып тора. Ағымдағы йылда ғилми-тикшеренеү институты үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай. Улар Рәсәйҙә авария-ҡотҡарыу эшен үҫтереү менән шөғөлләнгән берҙән-бер ғилми-ғәмәли тикшеренеү үҙәге булып тора. Күптән түгел унда ғилми-практик конференция уҙғарылды. Беҙ сарала хөрмәтле ҡунаҡтар булараҡ ҡатнаштыҡ, институтты юбилейы менән ҡотлап, бында белем алған стәрлетамаҡтар менән осраштыҡ, - тине ҡала башлығы.

- Шуны әйткем килә, ҡалабыҙҙа һәр саҡ айырыуса иғтибар биргән патриотик тәрбиә егеттәребеҙҙә күренеп тора, һәм уларҙың һайлаған һөнәре, әлбиттә, осраҡлы ғына түгел.

- Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Уларҙың исемдәрен белем алған уҡыу йорттарын һәм тыуған ҡалаһын данлаясаҡ адмиралдар, ғалимдар рәтендә ишетәсәгебеҙгә шик юҡ! - тине һүҙе аҙағында Эмиль Шәймәрҙәнов.

Фото.

Стәрлетамаҡ курсанттары ҡалабыҙҙы данлаясаҡ әле!
Стәрлетамаҡ курсанттары ҡалабыҙҙы данлаясаҡ әле!
Стәрлетамаҡ курсанттары ҡалабыҙҙы данлаясаҡ әле!
Стәрлетамаҡ курсанттары ҡалабыҙҙы данлаясаҡ әле!
Стәрлетамаҡ курсанттары ҡалабыҙҙы данлаясаҡ әле!
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: