Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар , 16:35

Ирекмәндәр – Еңеү сараларын үткәреүҙә төп ярҙамсылар

Ағымдағы йылда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнә. 

Ирекмәндәр – Еңеү сараларын үткәреүҙә төп ярҙамсылар
Ирекмәндәр – Еңеү сараларын үткәреүҙә төп ярҙамсылар

Иҫтәлекле акцияларҙы оҙатыу өсөн “Берҙәм Рәсәй” ирекмәндәр әҙерләргә ярҙам итәсәк. Был партияның, “Росмолодежь” һәм “Еңеү ирекмәндәре” бөтә Рәсәй хәрәкәтенең берлектәге эше.

 “Үлемһеҙ полк”, “Георгий таҫмаһы”, “Хәтер баҡсаһы”, Еңеү парадын оҙатыу, иҫтәлекле һәм хәрби ерләү урындарын төҙөкләндереү – ошо акцияларҙы һәм башҡа сараларҙы ойоштороуҙа әүҙемселәр ярҙам итәсәк.

Был хаҡта Дәүләт Думаһының Граждандар йәмғиәтен яҡлау комитеты рәйесе урынбаҫары, “Еңеү ирекмәндәре”нең үҙәк штабы рәйесе Ольга Занко хәбәр итте.

Ленинград өлкәһендә Рәсәй һәм туғыҙ илдән: Алжирҙан, Испаниянан, Абхазиянан, Белорустән, Бениндан, Болгариянан, Ҡаҙағстандан, Молдованан һәм Тажикстандан ирекмәндәр уҡыны.

Сығанаҡ. 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: