Яугир фронтта махсус тәғәйенләнештәге бригаданың өсөнсө гвардия бүлексәһе составында разведчик булып хеҙмәт итә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр муниципалитетта. Әлеге ваҡытта «Грач» өйҙә, яраланғандан һуң реабилитация үтә. Шунан һуң ул йәнә яуҙаштары янына юлланмаҡсы.
«Эшебеҙ хәүефле, әммә кәрәкле һәм үтә мөһим, Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ», — ти «Грач».
Яу яланында күрһәткән батырлығы өсөн Жуков, «Хәрби батырлыҡ өсөн» һәм МХО-ла ҡатнашыусы миҙалдары менән бүләкләнгән.
Башҡортостанда йәшәүселәр ил хәрби ведомствоһының 117, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала.
Изге Ватанын һаҡлап хәрби хеҙмәткә яҙылырға теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәт артынан 8 (927) 310 39-33; 8 (3473) 20-61-51 һандары буйынса мөрәжәғәт итә ала, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариат (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).