Ошо көндәрҙә, ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов ҡала хакимиәтендә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылының ойоштороу комитетының беренсе кәңәшмәһен үткәрҙе.
Эштең төп йүнәлештәре республика кимәлендә тәғәйенләнде. Стәрлетамаҡ шулай уҡ был эшкә махсус операция башланыу менән индерелгән. “Әммә беҙгә ҡайһы яҡлап нығына алыуыбыҙҙы аңларға кәрәк. Һәр ҡатнашыусыға бер йылға бурыстар билдәләнде” - тине Эмиль Владиславович кәңәшмә барышында.
18 февралдә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылын асыу була. Комплекслы эш планы ҡабул ителгән һәм унда мөһим саралар билдәләнгән. Әммә, һис шикһеҙ, әгәр лайыҡлы, файҙалы проекттар тәҡдим ителгән осраҡта ул тулыланасаҡ, әлбиттә.
“Иң мөһиме, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар сараларҙы бойомға ашырған ваҡытта бюрократияға һәм формализмға батмауыбыҙҙы, һораны. Тема бик талапсан, шуға күрә һәр осраҡта ла тик индивидуаль ҡараш, яуаплы мөнәсәбәт һәм ябай кешелекле булыу мөһим”, - тип йомғаҡланы һүҙен хакимиәт башлығы Э.Шәймәрҙәнов.