Башҡорт телендәге беренсе үҙаллы баҫма
Тарих биттәренә туҡталғанда, “Ашҡаҙар” гәзитенең тәүге һаны бынан утыҙ биш йыл элек ҡалала нәҡ милли театр, филармония, бейеү театры, милли мәктәптәр асылған йылдарҙа донъя күрә. Тимәк, был заман, башҡорт теленә иғтибар көсәйтеү талабы булып яңғырай. Республика-ның район-ҡалалары араһында башҡорт телендәге үҙаллы баҫма иң беренсе булып Стәрлетамаҡта сыға башлай. Баҫманың тәүге һандарын сығарыуҙа “Стерлитамакский рабочий” гәзитенең ярҙамы ҙур.
Гәзитебеҙ башында торған, төрлө йылдарҙа уның үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙе - Вил Ғүмәров, Рауил Ниғмәтуллин, Фаяз Йомағужин, Әлфиә Дилманова, Гөлнур Дәүләтйәрова, Әҡсән Хәлилов, Рим Ғәббәсов, Фәриҙә Мөхәмәҙуллина, Гөлдәр Собханғолова, Эльдар Фәттәхов һәм башҡа бик күп исемдәрҙе атарға була. Уларҙың барыһына ла хеҙмәттәре өсөн, редакция, гәзит уҡыусыларыбыҙ исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, араларында ҡайһы берҙәре был донъяла юҡ инде, әммә улар һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә!
Гәзитебеҙҙе төрлө өлкәлә лә яратып уҡыйҙар
Айырым рәхмәтебеҙҙе гәзит сыға башлаған йылдарҙа ҡаланың ул саҡтағы етәксеһе Спартак Әхмәтовҡа еткерәбеҙ. Ғөмүмән алғанда ла, гәзит һәр саҡ муниципалитет етәкселегенең хәстәрен тойоп үҫеште, үҫешә. Әле лә был иғтибар кәмемәй, киреһенсә, яңы проекттар нигеҙендә арта ғына бара. Ошо йәһәттән, шәхсән ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Владиславовичҡа, уның командаһына, ҡала Советына, ҡала предприятиелары етәкселәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бөгөнгө көндә иң күп гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында – ҡаланың мәғариф өлкәһендә, айырыуса 3-сө гимназия, 3-сө Башҡорт лицей-интернаты, 7-се мәктәп, 62-се балалар баҡсаһында, Өфө фән һәм технологиялар университеты-ның Стәрлетамаҡ филиалында, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында эшләгән уҡытыусыларыбыҙ, тәрбиәселәребеҙ, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы, Юл-йәшелләндереү ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары, ябай гәзит уҡыусыларыбыҙ.
Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт эсендә “Ашҡаҙар” гәзите биттәрендә ҡаланың бар тормошо яҡтыртылды, бөтә предприятие-лар, учреждениелар тураһында мәҡәләләр донъя күрҙе. Бында, әлбиттә, яңылыҡтар, мәғлүмәт еткереү тураһында ғына һүҙ бармай.
Беҙ кешеләр тураһында яҙабыҙ, хеҙмәт кешеләре һәм быуындары хаҡында мәҡәләләр, донъяуи сараларҙан репортаждар әҙерләйбеҙ. Күпер, йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөү, юлдар һалыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү, йорттарҙы ремонтлау – был эштәр һәр саҡ гәзитебеҙ биттәрендә сағыла. Ҡалала, ғөмүмән, йәмғиәттә булған проблемаларҙы аналитик мәҡәләләр нигеҙендә яҡтыртабыҙ.
“Ҡала һәм уның кешеләре”, “Халыҡты нимә борсой?”, “Кемдә нимә ҡайғыһы?”, “Ҡалам тарихы – минең тарихым”, “Замандаш” һәм башҡа рубрика аҫтында сыҡҡан яҙмаларҙы халыҡ көтөп ала.
Гәзиттә мәҡәләләр баҫтырабыҙ, сараларҙан тура эфир алып барабыҙ, әңгәмәләр, түңәрәк өҫтәлдәр, халыҡ фекерен әҙерләйбеҙ. Халыҡҡа бигерәк тә “Етәксе менән тура линия”, “Депутат менән тура линия” проекттары оҡшай. Был проекттар сиктәрендә гәзит уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы тура эфирҙа шылтыратып йәки комментарий ҡалдырып бирә ала. Иң мөһиме, етәксе менән башҡорт йәки татар телендә аралашыу мөмкинлеге бар.
Әлбиттә, гәзит ҡала тормошон яҡтыртып, көнүҙәк, дөрөҫ мәҡәләләр яҙып ҡына ҡалмай, ә проекттар аша ла уның үҫешенә ҙур өлөш индерә. Артабан уларҙың бер нисәһен атап үтергә рөхсәт итегеҙ.
Мәҡәләләр яҙып ҡына ҡалмайбыҙ
Мәҫәлән, “Ашҡаҙар” гүзәле” тарихты, милли мәҙәниәтте, телде үҫтереүҙе, әүҙем йәштәрҙе дәртләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйһа, Артем урамында урынлашҡан “Ашҡаҙар” гәзите аллеяһы экологияны һаҡларға саҡыра, шулай уҡ милли баҫмаларҙы һаҡлауҙы күҙ уңында тота. Ә Башҡорт теле көнөнә арнап, “Ашҡаҙар” стипендияһы тапшырылып килә. Уның сиктәрендә башҡорт телен үҫтереүҙә алдынғы уҡыусыны аҡсалата премия менән бүләкләйбеҙ. Шулай уҡ, ярты йыл һайын матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын йомғаҡлап, иң әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙҙы бүләкләп барабыҙ. Төҫлө телевизор, велосипед, йорт йыһаздары, ә иң төп бүләк һәр саҡ
– “Березка” шифаханаһына юллама! (Был проектты тормошҡа ашырыуҙа шифахана етәкселегенә ҙур рәхмәтлебеҙ).
Федераль грант иҫәбенә тормошҡа ашырылған “Ғаилә – Рәсәй байлығы” проектыбыҙ ғаилә институты, патронат ғаиләләр абруйын нығытыу, насар холоҡло үҫмерҙәр, балалар һәм ололар араһындағы мөнәсәбәт, түлһеҙлек проблемаларын иҫкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Дәүләт ярҙамы, программалар буйынса ла мәҡәләләр, белгестәр фекере, түңәрәк өҫтәлдәр, әңгәмәләр, репортаждар әҙерләнек.
Һуңғы йылдарҙа республика етәкселеге тарафынан милли матбуғатҡа иғтибар арта бара: эш хаҡы артыу, гранттар, исемле премиялар булдырыу, мәҫәлән, “Мин башҡортса бейейем” проектыбыҙ ҙа Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.
Был медиапроект балалар ижа-дын, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итте. Уның сиктәрендә ҡала балалары башҡарыуында милли бейеүҙәрҙе видеоға төшөрөп, яҙмаларҙы социаль сел-тәрҙәрҙә тараттыҡ, ошо балалар хаҡында мәҡәләләр яҙып, оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙоҡ.
2024 йылда үткән 6-сы Ҡорол-тайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров башҡорт телен өйрәнеүҙе, үҫтереүҙе көсәйтергә кәрәк тип билдәләне.
Шул иҫәптән алтаҡталарҙа атамаларҙың башҡорт телендә дөрөҫ яҙылыуы, аталыуы ла көнүҙәк булып ҡала. Был йәһәттән ҡалала терминологик комиссия үҙ эшен атҡарып килә. Шәхсән ҡала башлығы ҡатнашлығындағы яңы форматтағы был эш юғарыраҡ кимәлгә күтәрелде. “Ашҡаҙар” гәзите лә һәр саҡ был проблеманы яҡтырта, ә алдағы йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡо-ролтайы менән берлектә “Хатаһыҙ ҡала” тигән конкурс ойошторҙоҡ. Проект хаталарҙы асыҡларға, төҙәтергә ярҙам итә һәм артабан да дауам итергә тейеш, тип уйлайбыҙ.
“Беҙ бергә” фестивале – иң ҙур проектыбыҙ
Иң ҙур проектыбыҙ, әлбиттә, – “Ашҡаҙар” гәзите приздарына һәм махсус хәрби операция геройҙарына бағышланған “Беҙ бергә” спорт-мәҙәни фестивале. Ватансылыҡ, илһөйәрлек той-ғоларын, спортҡа, ижадҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойош-торолған фестивалдә ҡаланан ғына түгел, ә илдең төрлө төбәгенән, шул иҫәптән Мәскәү, Липецктан 300-ҙән ашыу төрлө һөнәр эйәләре булған, төрлө йәштәге кешеләр ҡатнаш-ты. Ә сараның төп ҡатнашыусыла- ры һәм ҡунаҡтары – махсус хәрби операция геройҙары ине.
Көрәш буйынса турнирҙа көрәшселәр бил һынашһа, шахматсылар махсус хәрби операция геройы, шахматсы Тимур Фадеев иҫтәлегенә арналған турнирҙа ошо спорт төрө буйынса беренселек өсөн ярышты. Ә шағир, хәрби операция геройы Валентин Волочаев иҫтәлегенә бағышланған шиғырҙар конкурсында иң яҡшы шиғырҙар авторын бүләкләнек.
Проект ҡала хакимиәте, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, спорт комитеты, 2-се спорт мәктәбе, Ҡала мәҙәниәт һарайы, “Юрматы” көрәш клубы, Ҡала китапханалар системаһы, “Ватан яугирҙары ғаиләләре” комитеты, “Ватан һаҡсылары” фонды, “Уралстройгрупп”, “Застройщик СтройИндустрия”, “Матур” компаниялары менән берлектә уңышлы тормошҡа ашырылды һәм был Фестиваль йыл да үткәрелергә тейеш, тигән ҡарарға килдек.
Гәзиттең һәр һанында төп геройҙарыбыҙ – хәрби операцияла ҡатнашыусы-лар, уларҙың ғаиләләре, фронтҡа ярҙам итеүселәр. Геройҙар тураһында мәҡә-ләләр, ҡатнашыусыларға һәм ғаиләләренә ярҙам саралары, селтәрҙәр үреүселәр, гуманитар йөк туплау һәм тапшырыусылар. Был мәҡәләләр, шул иҫәптән, Федераль грант ярҙамы менән тормошҡа ашырылған “Беҙ бергә” проекты буйынса ла баҫтыртылды.
2024 йылда етәксебеҙ Рәмил Мансуровҡа хәрби хәбәрсе булараҡ махсус хәрби операция биләмәһе-нә барып, фронттан репортаждар әҙерләргә насип булды. Был хәрби репортаждар “Ашҡаҙар” биттәрендә генә түгел, ә республиканың бихисап баҫмаларында донъя күрҙе. “Командировка мәлендә Башҡортостан подразде-лениеларында яҡташтар менән осрашҡанда стәрлетамаҡтарҙың батырлығына, ҡыйыулығына, берҙәмлегенә һоҡландым, ә бит аралаларында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Яҡташтарыбыҙ Стәрлетамаҡ халҡына, етәкселегенә иғтибар һәм ярҙам өсөн рәхмәттәр еткерҙе. “Эмир”, “Полик”, “Поэт”, “Янтарь”, “Муса” һәм башҡа яҡташтарыбыҙ мәҡәлә геройҙары булды”, – тип белдерҙе баш мөхәррир.
Хәрби командировка мәҡәләләре һөҙөмтәлә, “Ватан саҡырыуы буйынса” китабына индерелде. Был китапта шулай уҡ “Стерлитамакский рабочий” гәзите журналистарының геройҙарыбыҙ тураһында яҙылған мәҡәләләре лә бар. Китап “Риком” компаниялар төркөмө һәм “Набат” ойошмаһы ярҙамында донъя күрҙе.
“Бөркөт” позывнойлы коллегабыҙ
“Ашҡаҙар” гәзите өсөн махсус хәрби операция – яҙған мәҡәләләр һәм фестиваль генә түгел. Бөгөн беҙҙең редакция хеҙмәткәре лә махсус хәрби операция биләмәһендә Ватанын яҡлай. “Бөркөт” позывнойлы коллегабыҙ “Башҡортостан” полкында хеҙмәт итә һәм ул стәрлетамаҡтарға ҡайнар сәләмен еткерҙе! Уның һәм бөтә егеттәребеҙҙең дә Еңеү менән, иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Шуныһы ҡыуаныслы, коллективтың хеҙмәте һәр саҡ юғары баһалана. Төрлө мөһим темаларҙы яҡтыртыуҙа, мәҫәлән йыл һайын йомғаҡтар буйынса бөтә республика редакциялары араһында беренсе йәки икенсе, өсөнсө урын алып килә, бынан тыш хеҙмәттәштәр ҡала хакимиәте, төрлө тармаҡ вәкилдәре тарафынан Рәхмәт хаттары, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар Союздарының почет грамоталары менән бүләкләнә. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса ғына ла бихисап миҫал килтерергә мөмкин.
Коллективтың хеҙмәте һәр саҡ юғары баһалана
Мәҫәлән, редакцияның тарихында тәүге тапҡыр баш мөхәрриребеҙ Башҡортостан журналистары араһында иң абруйлы награда – Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булды, унан алда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды, апрель айында иһә үҙидаралыҡ мәсьәләләрен яҡтыртыуҙа Башҡортостандың иң яҡшы журналисы тип танылды.
Былтыр, шулай уҡ ҡәләмдәшебеҙ, шағирә Римма Ғәлимоваға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде, унан алдараҡ “Ашҡаҙар” гәзитендә иң оҙаҡ эшләгән хеҙмәттәшебеҙ Роза Сафина “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.
Шулай уҡ 2024 йыл йомғаҡтары буйынса “Ашҡаҙар” гәзите “Алға” иҡтисади махсус биләмәһе эш-мәкәрлеген, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре, коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса темаларҙы яҡтыртыуҙа еңеүселәр рәтендә!
Ә үткән бер нисә йылға күҙ һалғанда, коллектив вәкилдәре хеҙмәте Башҡортостан Баш-лығының Рәхмәт хаты менән баһаланды. Редакция Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһына, күп тапҡыр паралимпиада еңеүсеһе Римма Баталованың махсус премияһына лайыҡ булды. Былар, әлбиттә, һуңғы арала булып үткән ваҡиғалар ғына.
Был еңеүҙәр, уңыштар, гә-зитебеҙҙең тотороҡло үҫеше бер редакция емеше генә түгел, әлбиттә, ә тотош һөҙөмтә, стәрлетамаҡтар – гәзит уҡыусыларыбыҙ, партнерҙарыбыҙ ме-нән атлаған юл! Юбилейыбыҙҙы лайыҡлы үткәреп, артабан да ошо юлдан барырбыҙ тип ышанып ҡалабыҙ!
“Ашҡаҙар”ҙар.
Эльдар Фәттәхов һәм
Сергей КРАМСКОВ фотолары.