Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль , 07:35

Яҙышып та, уҡып та йөрөрһөң, тинеләр

Уйҙар студент йылдарына алып ҡайта. Был ҡала менән минең танышыуым нисек башландымы? Тәүге йылды Өфөнөң юғары уҡыу йортона балл тулманы. Ваҡытымды бушҡа үткәрмәҫ өсөн үҙем белем алған Ейәнсура башҡорт гимназияһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаштым. Стәрлетамаҡта эшсе факультеты бар тигәс, шунда юл тоттом.

Яҙышып та, уҡып та йөрөрһөң, тинеләр
Яҙышып та, уҡып та йөрөрһөң, тинеләр

Бер ҡасан да белмәгән дә, күрмәгән дә ҡала. Кис кенә барып төштөм. Беҙҙең гимназиянан Гөлшаян уҡый ине, ул бүлмәһендә юҡ. Бер ниндәй таныш та, туған да юҡ, ҡайҙан ти ул саҡта кәрәҙле телефон. Автомат телефон аша гимназия директоры Мәрйәм Бураҡаеваға шылтыраттым. Ейәнсуранан булған Аҡһылыу Исмәғилевнаның адресын бирҙе. Ул мине белмәй, мин уны, тигәндәй. Барҙым, яҡшы ҡаршы алдылар, уларҙа йоҡлап, институтҡа юл тоттом.

Ҡабул итеү тамамланған, бер сессия уҡып та өлгөргәндәр (ай аҙағының бер аҙнаһы һәм ай башының бер аҙнаһы тура килә торғайны). Башҡорт филологияһының деканы Булат Баҡый улы Ғафаров Ишбулды Ғиниәт улы Вәлитовҡа шылтыратып, мине алыуҙарын һораны. Документтарымды, яҙған мәҡәләләремде ҡарап, шул Өфө, тиһегеҙ ҙә Стәрле бер ситтә, ҡырын, тип килмәйһегеҙ ҙә, шунда уҡ инер инең бит, ти. И.Ғ. Вәлитов, былай ҙа икәү артыҡ миндә, ти. «Икәү эргәһенә өсөнсөһө һыйыр», - тигән һүҙҙәре ныҡ иҫтә ҡалған. Йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ өсөн тырышып уҡыным, имтихандар мәле етте. Май айында атайым мәрхүм булды (мин уның ғына тәрбиәһендә инем). Бер ниндәй ҙә теләк юҡ. Уҡытыусыларым, гимназияның директоры итеп тәғәйенләнгән Азамат Рәмилевич Юлдашбаев өйгә килеп етте, мотлаҡ имтиханға барырға һәм уҡырға инеүҙе маҡсат итеп ҡуйырға ҡушты. Матди яҡтан да ярҙам иттеләр. Шулай имтихандарҙы уңышлы тапшырып, мин студент исемлегендә инем.

Уҡыуҙар гөрләп бара, ятаҡ тормошона ла өйрәнелде. Шундай көслө төркөм йыйылғайны, ярышып, сәмләнеп уҡыйбыҙ, төрлө сараларҙа әүҙем булдыҡ.

Бер мәл мине декан саҡырта, тинеләр. Барып еткәнсе бөтөн аяҡ-ҡулдарым ҡалтыранып сыҡты, уйҙарҙың осо-ҡырыйы юҡ, тәртип боҙмайым, нимәгә икән, тип. Ғәҙәттә, деканатҡа әрләргә генә саҡыралар, тигән уй башҡа быраулап һалынған. Индем. Һаулыҡ һораштым һәм таш бағана кеүек ҡаттым. Булат Баҡый улы уҡыуымды һораша, яҡшы, тим. «Бына беҙҙең ҡаланың гәзитенә хәбәрсе һорайҙар, һине тәҡдим иттем. Яҙышып та, уҡып та өлгөрөрһөң”, - ти. Уның фатихаһы менән мин гәзиткә юл алдым.

Әҡсән Хәлилов мине йылы ҡаршы алды һәм баш көллө эшкә сумдырҙы. Беренсе мәҡәләләремдең береһе «Бәләкәй бизнес» ҡала хакимиәте етәксеһе менән интервью ине. Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда ғөмүмән, бик етди тема, студент күтәрә лә алмаҫлыҡ кеүек. Көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы мәҡәлә беренсе биттә донъя күрҙе. Әле лә мин ул һандарҙы, пресса тигән танытманы күҙ ҡараһындай һаҡлайым.

Ҡаланы арҡырынан буйына йөрөп сыҡтым, төрлө сараларға йөрөү минең яҙыу һәләтемде үҫтерҙе. Бүлмәләш әхирәтем, яҡташым Зилә менән төрлө концерт-спектаклдәргә йөрөнөк. Саҡырыу билеттары ике кешегә бирелә торған ине. Әйткәндәй, Зилә миңә яҙышырға бар яҡтан форсат тыуҙырҙы. Бүлмәне лә йыйыштыра һәм тәмле итеп ризыҡ та әҙерләй ине. Тик ижад ҡына ит. Форсаттан файҙаланып, Зилә һиңә рәхмәтемде еткерәм. Шулай төрлө темаға мәҡәләләрем донъя күрҙе.

Римма апай Ғәлимова, Әҡсән Хәлилов, Илдар ағайҙар һәр саҡ кәңәштәрен бирҙе, дуҫ-татыу матур коллективта эшләргә тура килде. Римма апайҙың шиғриәтен әле лә яратып уҡыйым. Мин, әлбиттә, мәҡәләләремде алып килеп бирә инем дә, эш алып, уҡыуға һыпыртыу яғын ҡарай инем.

Бер имтихан иҫтә ҡалған. Диалектологиянан Ғәлийән Ғәйнетдин улы Ҡаһарманов китапта булмаған һорау бирҙе. Был һорау билетта юҡ, тип яуаплағас, һин гәзиттә лә яҙышаһың, шулай булғас, артығын һәм күберәк белергә, быларҙан (курсташтарға ҡарап) алдан барырға тейешһең, тине. Һәр саҡ күберәк уҡыу һәм белеү, яҙышыу, шул саҡтан ҡалды.

Шул осорҙа «Ашҡаҙар» радиоһы һәм телевидениеһы менән дә таныштым. Улар менән дә уртаҡ эштәр алып барылды. Кәбир Аҡбашевтың тапшырыуҙарына йөрөү, Нәсимә Собханғолованың урынлы кәңәштәре...

Әхмәт Әһлиуллиндың ижад кисәһе, яҙыусылар союзының йыйылышы, Илшат Йомағолов, Рәмил Ғимрани менән аралашыуҙар йылы бер хәтирә булып күңелдә һаҡлана. Ҡыҫҡаһы, гөрләп эшләнелде һәм тамсылап ҡына өлөш индереүем гәзитте уҡымлы итте.

Гәзиттән алған беренсе эш хаҡыма алтын алҡа һатып алдым, нисәмә йылдар үтһә лә матур һырҙар менән эшләнгән был бер иҫтәлек булып хәҙер ҙә тағамын. Мине йәшлек ҡалаһы Стәрлене хәтерләтеп тора ул.

Гәзит юлламаһы менән йәнә журналистика факультетына уҡырға индем. Булат Баҡый улы: «Йәне теләгән йылан ите ашаған», - тип фатихаһын бирҙе. Йәшлегем ҡалаһы Стәрле менән мин бәйләнешемде өҙмәйем, йыш ҡына барып торам. Минең юлымда шундай шәп, аҡыллы остаздарым булыуым менән бәхетлемен. Йәш кенә бала саға, тип ҡарамай, һәр саҡ кәңәштәр биреп, ҡурсалап ижад юлына тәпәй баҫтырҙылар.

 

Эсең бошһа, һыпырт Стәрлегә:

Унда һине һүҙһеҙ аңларҙар,

Унда һине дуҫтар көтөп торор,

Елгә осор бөтә моң-зарҙар, – тип яҙған мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғарипов.

Бер кемем дә булмаған ҡалам хәҙер иһә бихисап дуҫтарым менән һәр саҡ ҡолас йәйеп ҡаршы ала.

Римма ИСМӘҒИЛЕВА-БАЙМЫРҘИНА,

Башҡортостан республикаһының мәғариф алдынғыһы.

 

 

 

Яҙышып та, уҡып та йөрөрһөң, тинеләр
Яҙышып та, уҡып та йөрөрһөң, тинеләр
Яҙышып та, уҡып та йөрөрһөң, тинеләр
Яҙышып та, уҡып та йөрөрһөң, тинеләр
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: