Башҡортостанда банкрот булған предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә 27 млн. һум бурыс түләгән.
Уҙған йылда Башҡортостанда банкрот предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә ҡарата эш хаҡы буйынса бурыс 26,9 миллион һум тәшкил иткән. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса бурыс 5% кәмегән - 260 миллион һум тәшкил итә, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса - 248 миллион һум.
Мәғлүмәтте ведомство коллегияһында Башҡортостан буйынса Росреестр башлығы Пётр Клец әйтеп ишеттерҙе. Төбәктә барлығы 34 компанияның эш хаҡы буйынса бурысы бар. Уларҙың яртыһынан күберәге матди активтарға эйә түгел.
Ошо ойошмаларҙа конкурстарҙы тулыландырыу һәм кредиторҙар менән иҫәп-хисап яй, килешеүҙәрҙе даулау, мөлкәтте суд тәртибендә ҡайтарыу һәм дебитор бурысын ҡаплау аша башҡарыла.
Ә 13 банкрот предприятие буйынса аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге лә юҡ, шуға күрә улар перспективаһыҙ бурыслылар тип таныласаҡ.