Проекттың маҡсаты — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының йәштәр менән эш буйынса баш белгесе, ирекмән Ләйсән Рабаданова битараф булмаған рухлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә туплаған.
Проект сиктәрендә беренсе сара үткән: Махсус хәрби операцияла йөрөгән, хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренән ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған. Осрашыуҙа улар өсөн көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һөйләшеү үткән.
"Ете ҡыҙ" социаль проекты ошондай осрашыуҙарҙан тыш, һәр кемгә юридик, психологик, мәғлүмәти һәм башҡа өлкәләрҙә ярҙам ҡулы һуҙыр. Бында ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ серҙәре менән бүлешер, күңел ялы алыр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, театр-тамашаларға йөрөү, балалар менән ял итеү мөмкинлеге лә биреләсәк. Шулай уҡ егеттәргә гуманитар ылау йыйыуҙа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ, - тип вәғәҙәләй "Ете ҡыҙ" проектының ойоштороусылары.