Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Февраль 2025, 07:35

Һаҡ булығыҙ, йоҡа боҙ!

Хөрмәтле граждандар, уяу булығыҙ!

Һаҡ булығыҙ, йоҡа боҙ!Һаҡ булығыҙ, йоҡа боҙ!
Һаҡ булығыҙ, йоҡа боҙ!

Февраль айы булыуға ҡарамаҫтан, республикала һауа торошо аномаль йылы. Яҙғы ҡояш нурҙары аҫтында һыу ятҡылыҡтарындағы боҙ кәүшәкләнә һәм ныҡлы булмай. Һыуыҡтар яңынан әйләнеп ҡайтасаҡ, әммә әлеге ваҡытта боҙ аҫтына төшөп китеү ҡурҡынысы һиҙелерлек арта.

Хөрмәтле граждандар, уяу булығыҙ!

Йоҡа боҙло хәүефле участкаларҙы һоро төҫтән һәм ер өҫтөнә сығып ятҡан һыуҙан күрергә мөмкин. Әгәр көҙ көнө боҙ кеше ауырлығы аҫтында хәүеф тураһында иҫкәртеп ярыла башлаһа, әле тауышһыҙ ғына ярыла һәм ыуала бара.

Был ваҡытта боҙ өҫтөнә сығыу сиктән тыш хәүефле. Шуға ҡарамаҫтан, йыл һайын күп кешеләр һаҡлыҡ сараларын һанға һуҡмайынса йоҡарған яҙғы боҙ өҫтөнә сыға. Ә был ғүмер өсөн ысын ҡурҡыныс менән янай!

Әгәр һеҙҙең күҙ алдында боҙ уйылып, кеше төшөп китһә, “112” йәки “01” телефондары аша был турала ҡотҡарыу хеҙмәттәренә хәбәр итергә ашығығыҙ, ҡотҡарыу өсөн бөтә сараларҙы күрегеҙ, оҫталыҡ һәм ҡул аҫтындағы сараларҙы ҡулланығыҙ.

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас