Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов оператив кәңәшмәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссар Сергей Сафонов менән берлектә яҡташтарыбыҙға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға мөһим дәүләт наградалары тапшырҙы. “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән Кирилл Сергеевич Абрамов (өҫтәге һүрәттә), Жуков миҙалы менән Йәмил Иршат улы Сәлимгәрәев бүләкләнде.
– Һеҙ илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлап, хәрби бурысығыҙға тоғролоҡ һәм батырлыҡ күрһәттегеҙ, күрһәтәһегеҙ. Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ тыныс киләсәккә өлөш индерә! – тип мөрәжәғәт итте Эмиль Владиславович батырҙарыбыҙға.
Батыр яҡташтарыбыҙҙың өлгөһө ғорурлыҡ нигеҙе булып нығына бара, Кирилл Абрамов менән Йәмил Сәлимгәрәевтың наградалары быға асыҡ миҫал!
Р. ӘРМЕТОВ.
Ҡала матбуғат хеҙмәте фотолары.