Стәрлетамаҡта бер аҙнала мутлашыусылар йылылыҡ станцияһы хеҙмәткәрен, бер эшһеҙҙе һәм пенсионерҙарҙы ҡаҡ таҡтаға ултыртҡан.
Ҡалала аҙна эсендә полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан 8 мутлашыу факты теркәлгән, зыяндың дөйөм суммаһы 2 044 136 һум тәшкил итә. Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уғрылар өс пенсионерҙы, бер эшһеҙҙе, Стрлетамаҡ йылылыҡ станцияһы хеҙмәткәрен һәм башҡа предприятиеларҙа эшләгән ике кешене алдаған.
Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына бер аҙна эсендә граждандарҙан 1335 мөрәжәғәт булған, уларҙың 21е буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ошо уҡ осорҙа тән йәрәхәттәре килтереү - 9, ғаиләлә ғауға ҡуптарыу буйынса 46 факт теркәлгән.
Наркотиктарҙы законһыҙ һаҡлаған һәм һатҡан өсөн алты кеше ҡулға алынған, улар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Юлда 12 водитель иҫерек килеш тотолған.
Р.Мансуров фотоһы.