Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Февраль 2025, 04:39

Комплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәк

Кисә, шишәмбе көндө, Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Динар Заһит улы Ғилметдинов килде. Тәүҙә Динар Заһит улы ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Владиславович менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы бушлай реабилитациялау менән шөғөлләнгән “Әсә һәм бала” үҙәгендә булып, белгестәр һәм унда дауаланған балалар менән аралаша.

Комплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәкКомплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәк
Комплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәк

Кисә, шишәмбе көндө, Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Динар Заһит улы Ғилметдинов килде. Тәүҙә Динар Заһит улы ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Владиславович менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы бушлай реабилитациялау менән шөғөлләнгән “Әсә һәм бала” үҙәгендә булып, белгестәр һәм унда дауаланған балалар менән аралаша.

Шулай уҡ Динар Заһит улы менән Эмиль Владиславович “Ватанды һаҡлаусылар” фондының МХОла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәгендә, маскиррвкалау селтәрҙәрен үреү буйынса “Аструм” сауҙа үҙәге майҙансығын барып күрәләр. Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөнгө көндә ҡалала йәшәүсе һәр кем – олоһонан кесеһенә тиклем алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға төрлө яҡлап ярҙам итә. Битараф булмағандарҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Ҡала хакимиәтендә уҙған граждандарҙы ҡабул итеүҙә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса ғәҙәти һорауҙарҙан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары буйынса мөрәжәғәттәр ҙә булды. Динар Заһит улының комплекслы ҡарашы бихисап мәсьәләләрҙе, айырыуса федераль кимәлдә хәл итеүҙе талап иткәндәренә булышлыҡ итеү мөмкинлеге бирәсәк.

Э.Шәймәрҙәновтың сәхифәһенән.

Сығанаҡ.

Комплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәк
Комплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәк
Комплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәк
Комплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәк
Комплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәк
Комплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәк
Комплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәк
Комплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәк
Комплекслы ҡараш, мотлаҡ, ярҙам итәсәк
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас