Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Февраль 2025, 13:00

Юлдарҙағы уңайлыҡтар. Башҡортостанда юл яны сервисын нисек үҫтерәләр

Башҡортостандың хозур тәбиғәте һәм яҡшы юлдары (популяр тревел блогерҙар трассаларыбыҙға шундай баһа бирә) автомобилдә сәйәхәт итеү өсөн бик ҡулай. Автотуристарҙы республиканың юл картаһында сәйәхәт барышында туҡтап, рәхәтләнеп ял итеү урындарының йылдан-йыл күбәйә барыуы ла һөйөндөрә.

Юлдарҙағы  уңайлыҡтар. Башҡортостанда юл яны сервисын нисек үҫтерәләрЮлдарҙағы  уңайлыҡтар. Башҡортостанда юл яны сервисын нисек үҫтерәләр
Юлдарҙағы уңайлыҡтар. Башҡортостанда юл яны сервисын нисек үҫтерәләр

Һәр икенсе турист яҡшы уңайлыҡтар тураһында хыяллана

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса сәйәхәтселәрҙең яртыһы (46 процент) юл буйындағы инфраструктураға ҙур талаптар ҡуя: улар уңайлы ҡунып сығыу урындары, кафела ашау, кәрәк булғанда медпунктҡа йәки автосервисҡа мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булдырылған күп функциялы яғыулыҡ станцияларын күрергә теләй.

Бер нисә йыл элек республика юлдары буйлап 100 саҡрымдан ашыу юл үтһәң дә, яңғыҙ заправка эргәһен- дә ҡыйшайған ағас бәҙрәфтән баш- ҡа «уңайлыҡтар» табып булмай ине. Хәҙер хәлдәр үҙгәрҙе һәм оҙаҡламай күп функциялы заправкалар хыял түгел, ә ғәҙәти күренеш буласаҡ.

Биш йыл эсендә нимә үҙгәрҙе

Юл буйы сервисын үҫтереү өҫтөндә республика 2020 йылдан әүҙем эшләй башланы. Ул ваҡытта төбәктә 900 самаһы төрлө кимәлдәге хеҙмәтләндереү нөктәһе бар ине. 2025 йыл башына уларҙың һаны ике тапҡырҙан ашыуға артҡан. Ошо ваҡыт эсендә меңдән ашыу юл яны сервисы объекты тәртипкә килтерелгән, 1018 яңы майҙансыҡ булдырылған.

Биш йыл элек республика етәкселеге хәлде анализлап, процесты нимә тотҡарлауын асыҡларға тырышты. Билдәле булыуынса, юл яны сервисы өсөн ер участкалары системаһыҙ бирелгән, уларҙы рәсмиләштереү оҙаҡ һәм ҡатмарлы булған, биналар төҙөү өсөн бер ниндәй ҙә стандарттар булмаған, шуға күрә инвесторҙар был өлкәгә аҡса йүнәлтергә теләмәгән. Һө- ҙөмтәлә объекттар күп булманы, булғандары ла юғары сифат менән маҡтана алманы. Шул ваҡытта төбәктә Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһы әҙерләнде.

Сауҙаһыҙ ер һәм һалым ташламалары

Был башланғыс – бизнесҡа һөҙөм­тәле ярҙам системаһы: эшҡы­уарҙар ер участкаһын махсус шарт­тарҙа сауҙа­лашыуһыҙ ҡуртымға ала, уларға инженер һәм транспорт инфраструктураһына сығымдарҙың бер өлөшө кире ҡайтарыла, һалым преференциялары тәҡдим ителә.

Инвесторҙарға уңайлы булһын өсөн майҙансыҡтар исемлеге менән «ер банкы» булдырылған, административ ҡаршылыҡтар кәметелгән, башлан­ғыстарҙы ғәмәлгә ашырыуҙың бөтә этаптарында ла проекттарҙы оҙатыу ойошторола. Шулай уҡ берҙәм төҙөкләндереү нормалары әҙерләнгән, йәшелләндереү, интернет, электромобилдәр өсөн зарядкалар булдырыу буйынса талаптар билдәләнгән.

Эшҡыуар Илдус Ильясов Өфө рай­о­нында кафе, магазин, дарыухана, автомобиль йыуыу урыны булған икенсе юл яны сервисы комплексын төҙөй. Ул әйтеүенсә, йүнәлеш бик ихтыяжлы: бөгөн эске туризм үҫешә, халыҡ уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа ял итергә теләй.

Проект өҫтөндә эшләү барышында документтар тапшырыуҙан алып ер участкаһы алыуға тиклем һәр яҡлап республиканың ярҙамын тойҙоҡ. Бөгөн ин­вес­торҙар өсөн күп талаптар ябайлаштырылды һәм был бик һәйбәт, – ти эшҡыуар.

Федераль селтәрҙәрҙең ҡыҙыҡһыныуы

Әҙерләнгән Концепция республикаға федераль селтәр компанияларының да ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы. 2024 йылдың аҙағында Өфө районының Михайловка ауылында «Ирбис» компанияһының күп функциялы юл буйы комплекстары эшләй башланы, Дүртөйлө районында, М-12 яңы федераль трассаһында, «Лукойл-Уралнефтепродукт» компанияһы үҙенең объекттарын асты. «Башнефть» яңы заправка станцияларын төҙөү буйынса юл карталарын әҙерләне. Бер үк ваҡытта компания ғәмәлдәге автозаправка станцияларын камиллаштырыуҙы ла дауам итә – 177 объектты яңыртты һәм ошо маҡсатҡа 500 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтте.

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев һөйләүенсә, планда – модулле электр-яғыулыҡ автозаправка станцияларын асыу. Улар үҙ эсенә бензин һәм дизель колонкаларын, шулай уҡ электромобилдәр өсөн заряд станцияларын ала.

– Автозаправка станциялары араһында көнәркәшлектең артыуы уларҙы сервис кимәлен күтәреүгә һәм яңы технологиялар индереүгә дәртләндерәсәк, – тине Алексей Гусев.

Уңышлы тәжрибә

Башҡортостандың юл буйы сервисын үҫтереү һәм инвесторҙарға ярҙам итеү буйынса тәжрибәһе бик уңышлы булып сыҡты, хәҙер уны бөтә ил буйынса ғәмәлгә ашыралар.

Башҡортостан Республикаһының юл яны сервисын үҫтереүгә ҡағылышлы алдынғы ҡарарҙары бар, – тип билдәләне туризмды һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү мәсьәләһенә арналған кәңәш­мәлә Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин. – Улар килешеүҙәр төҙөгән, үҙҙәренең шәп стандартын эшләгән. Был бик ҡыҙыҡлы ҡараш, төбәк үҫеше программаларында уны нисек файҙаланырға мөмкин булыуын ҡарарға кәрәк, – тине Премьер.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге яҙма­һында әйтелеүенсә, әле республикала 200 проект ғәмәлгә ашырылыу өҫтөндә. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 12 миллиард һум самаһы.

Юл буйы сервисын үҫтереү йәһәтенән алға китеш бар. Был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, пландар байтаҡ. Бының өсөн мөмкинлектәр етерлек, – тине төбәк Башлығы.

«Юл яны сервисы автомобиль туризмын үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Байтаҡ иҫтәлекле урындарға машинала барып етергә була, һәм беҙҙең бурыс – республика халҡы һәм ҡунаҡтар был мөмкинлек менән уңайлы шарттарҙа файҙалана алырға тейеш».

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы.

Автор:
Читайте нас