Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Февраль 2025, 11:36

Туристар һаны арта

Өфөгә туристар ағымы бер ярым тапҡырға артҡан2024 йыл йомғаҡтары буйынса Өфөлә туристар ағымы бер ярым тапҡырға артҡан.

Туристар һаны артаТуристар һаны арта
Туристар һаны арта

Башҡортостан тәбиғәте менән дат тота тип йыш әйтәбеҙ. Ләкин беҙҙә ошо йүнәлеш менән бер рәттән ҡала туризмы ла әүҙем үҫешә. Һүҙ Өфөгә килгән туристар тураһында бара.

2024 йылда баш ҡалаға 1,5 миллиондан ашыу кеше килгән! Бынан алдағы йылда был һан 943 мең кеше тәшкил иткән. Үҫеш иҫ китмәле!

2024 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө Russian Event Awards Халыҡ-ара премияһында ваҡиғалы туризм ҡалаһы тип танылды, шулай уҡ ҡала 2025 йылға балалар туризмының баш ҡалаһы статусын алды.

Ҡала мэры Ратмир Мәүлиев һүҙҙәренсә, ҙур халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй сараларын, иҡтисад һәм сәнәғәт форумдарын, гастрофестивалдәрҙе, спорт ярыштарын уҙғарыу Өфөнөң туристик йәлеп итеүсәнлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бындай саралар республика баш ҡалаһына Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән меңдәрсә кешене йәлеп итә.

Баш ҡалабыҙҙа иҫ киткес матур урындар шул тиклем күп, әлеге мобиль заманда уларҙы барып күреү өсөн һәр кемдең мөмкинлеге бар.
Туризм бөгөн - эшҡыуарлыҡтың тос бер тармағы. 

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас