Ҡала етәкселеге һүҙҙәре буйынса, мәҫәлән, Ленин проспекты урамындағы 11 һанлы йортта йәшәүселәрҙән ҡыйыҡта барлыҡҡа килгән боҙға бик күп ялыуҙар булған. Шул иҫәптән, был проблема хакимиәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә яңғыраған. Эмиль Шәймәрҙәнов тейешле саралар күрергә ҡушҡандан һуң, урынға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм административ комиссия хеҙмәткәрҙәре барып, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында акт төҙөгән. Боҙҙо алғандар.
“Ҡала халҡы идарал итеү компанияларына зарлана. Һәм улар хаҡлы – һәр кем уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа йәшәргә теләй. Икенсенән, ни өсөн әлеге ҡыйыҡтан боҙҙо төшөрөү өсөн ҡаланың бөтә структуралары ла эшкә тотонорға тейеш, ә идара итеү компанияһы бер нимә лә эшләмәй – мин быны бөтөнләй аңламайым”, - тип билдәләне хакимиәт башлығы.
Бөгөнгө көндә ҡалала 36 идаралыҡ компанияһы һәм 11 торлаҡ милекселәре ширҡәте эшләй. Әммә, улар үҙ бурыстарын йыш ҡына еренә еткереп башҡармауын һыҙыҡ өҫтөн алды ҡала мэры. Идаралыҡ компанияларының һәр береһе тура эфирҙа башҡарылған эш һәм пландары тураһында һөйләһен өсөн, киләсәктә уларҙы оператив кәңәшмәләргә саҡырыу планлаштырыла.
Мәғлүмәт - Э.Шәймәрҙәновтың сәхифәһенән.