Битараф булмаған Стәрлетамаҡ районы халҡы ирекмәндәр эшмәкәрлегендә теләп ҡатнаша һәм махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итә - еңеүҙе яҡынайтыу өсөн өлөш индерә. Кемдер окоп шәмдәре эшләй, икенселәре һаҡсыларыбыҙға көс-дәрт өҫтәй торған хаттар яҙа, инәйҙәр йылы ойоҡбаштар бәйләй.
Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған һәм Яңы Краснояр ауылдары мәктәп уҡыусылары ла был эштән ситтә ҡалмай. Фронт өсөн маскировка селтәрҙәрен үреүҙә ҡатнаша. Ошо бәләкәй генә ярҙам хәрби техниканы ғына түгел, ә һалдаттарыбыҙ ғүмерен дә һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.
Балаларҙың йөрәк һәм ҡул йылыһы һалып үрелгән селтәрҙәр ватан һаҡсыларына фронтта ярҙам итә күрһен!
Стәрлетамаҡ районы хакимиәте сәхифәһенән.