+24 °С
Болотло
“Иҫке күпергә быйыл 45 йыл. Беҙ халыҡҡа уны күптән төҙөкләндерергә вәғәҙә биргәйнек. Ҙур төҙөлөш эштәре осорона ваҡытлыса понтон күпер һалып торорғамы ла тип уйлағайныҡ, икенсерәк хәл иттек. Яңы ике һыҙатлы күпер элеккеһенең дублеры буласаҡ”,
- тине республика етәксеһе.
Яңы күпер 2026 йылға әҙер булыр, тип көтөлә. Был Стәрлетамаҡ халҡы өсөн мөһим объекттарҙың береһе – ул башҡа ҡала-райондар менән бәйләп тороусы күпер.