Ҡабыҡлы лимонды һөйәген алып һарымһаҡ менән ит турағысында үткәреп алабыҙ ҙа бал менән ҡушып бутайбыҙ. 5 лимон, 5 баш һарымһаҡ, 500 мл бал кәрәк була. Әҙер ҡушылманы быяла банкаға һалып марля менән ҡаплап 5 көнгә һалҡын, ҡараңғы ергә ултыртып торабыҙ. Иртәнге һәм киске ашҡа тиклем 25 минут ҡалғас 1 аш ҡалағын 1 стакан йылы һыуға бутап эсәбеҙ. Йоҡо алдынан, ашҡаҙан язваһы булғанда эсергә тыйыла.
Был ысул менән тамырҙарҙы таҙартып, бөтә йөрәк - ҡан тамырҙары системаһын яҡшыртып, йөрәктең үҙен дауалап алырһығыҙ. Шулай уҡ иммунитетҡа ла бик яҡшы тәьҫир итә. Һыуытҡыста һаҡлау мотлаҡ.
Был ысулды йылына бер ике- өс тапҡыр ҡулланып алыр кәрәк.