Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, иң йәш әсәгә — 14, ә иң олоһона 52 йәш. Сабыйҙарҙың күбеһе Өфөлә тыуған — 9679, икенсе урында — Стәрлетамаҡ (2149 сабый), өсөнсөлә иһә Нефтекама (1371 бала).
«Ныҡ бәләкәй ауырлыҡта (490 грамм) һәм баһадир (5330 грамм) балалар республиканың клиник перинаталь үҙәгендә донъяға килгән», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.
Бынан алда 2024 йылда Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йышыраҡ ниндәй сирҙәрҙән вафат булыуы билдәле булды.
Сығанаҡ: Башинформ