Яңы кафедра - ӨФТУ һәм "Янғантау" геопаркының проекты. Уны асыуҙы Ҡытай, Вьетнам, Уругвай, Көньяҡ Африка Республикаһы, Гана, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан хуплап сыҡҡан.
Өфө фән һәм технологиялар университетында беҙҙең уҡытыусылар менән бергә геология, биология, тарих, лингвистика, экологик хәүефһеҙлек буйынса төрлө илдәрҙән белгестәр эшләйәсәк.
Кадрҙар әҙерләүҙән тыш, кафедра геологик һәм экологик күп төрлөлөктө һаҡлау, тотороҡло туризм һәм этномәҙәни берҙәйлекте һаҡлау өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәсәк.
Республика етәксеһе геопарктар буйынса белгестәр әҙерләү кафедраһы халыҡ-ара кимәлдә иң яҡшыларҙан булыр, тигән ышанысын белдергән.